Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары, тренерҙары, етәкселеге менән осрашты

Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары, тренерҙары, етәкселеге менән осрашты
21 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары, тренерҙары һәм етәкселеге менән осрашты.
Бынан алда «Өфө» футбол клубы Премьер-лиганың һуңғы 30-сы турында Екатеринбургтың «Урал»ын 1:0 иҫәбе менән еңде һәм турнир таблицаһында етенсе урынды биләне. Был – клуб тарихында иң яҡшы һөҙөмтә.
– Яҡшы һөҙөмтә менән ҡотлағым килә – беҙҙең команда Рәсәй чемпионатында етенсе урынды яуланы. Был – тарихи үҙгәреш. Мин күп йыллыҡ стажлы көйәрмән булараҡ һеҙҙе ихлас ҡотлайым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ һеҙҙең менән бик юғары планка ҡуйҙыҡ. Уны һаҡлап ҡалыу зарур. Киләһе миҙгелдә тағы ла әһәмиәтлерәк һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн беҙҙә резервтар булыуын аңлайым. Бының өсөн тырышып эшләргә кәрәк. Беҙ барыбыҙ ҙа – көйәрмәндәр, клуб етәкселеге һәм, иң мөһиме, футболсылар – командабыҙ алға табан барһын өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ.
«Өфө» футбол клубы 2010 йылдың 23 декабрендә «Башинформсвязь – Динамо» командаһы базаһында булдырылған. 2012 йылдан ул Милли футбол лигаһында ҡатнаша. Милли футбол лигаһы беренселегенең 2013/2014 йылдар миҙгеле йомғаҡтары буйынса баш ҡала клубы дүртенсе урынды алды һәм Премьер-лигала урын яуланы.
Юғары дивизионда тәүге ике миҙгелде «Өфө» футбол клубы, Премьер-лигала сығыш яһауҙы дауам итеү хоҡуғын һаҡлап, 12-се урында тамамланы. 2015/2016 йылдар миҙгелендә команда тәүге тапҡыр етенсе урынды алды һәм Рәсәйҙең көслө клубтары иҫәбенә инде. «Өфө» футбол клубы, барлығы 43 мәрәй йыйып, 30 уйындан 12 еңеү яуланы, 11 тапҡыр еңелде. Ете матч тигеҙ иҫәп менән тамамланды.
Оставить комментарий