Мунсала миндек аҡсанан да ҡиммәтерәк

Мунсала миндек аҡсанан да ҡиммәтерәк
Мунсанан да яҡшыраҡ берәй нәмә бар микән! Мунсанан һуң тын алыуҙары еңел, рәхәт. Үҙеңде яңы тыуған сабый кеүек тояһың. Элек-электән мунса тик сабынып-йыуынып сығыр урын өсөн генә һаналмаған. Серле һәм мистик урын ул. Мунсаны боҙомдан ҡотолоу, шунда уҡ сихырсылыҡ менән булышыу, йолалар ҡылыу өсөн файҙаланғандар. Бәпесләүсе ҡатындар өсөн дә мунса иң яҡшы урын булған. Шулай уҡ туйҙан һуң йәштәрҙе ғаилә тормошона таҙа һәм бәхетле аяҡ баҫһын өсөн мунсаға оҙатҡандар. Оҙон юлға сығыр алдынан да - мунсаға. Күп сирҙәрҙе лә мунсала дауалағандар. Ауырыуға мунса ла ярҙам итмәһә, тимәк, ул шәбәймәйәсәк, тип һанағандар. Ә миндекһеҙ мунса мунсамы ни ул! Миндек - мунсаның айырылғыһыҙ атрибуты. Миндекһеҙ мунсаның эмоциональ-дауалау йоғонтоһо ла булмаҫ ине. Ә миндекте нисек һәм ҡасан әҙерләргә икәнлеген асыҡларбыҙ.
Мунсаның айырылғыһыҙ атрибуты – миндек тураһында Нәркәс Вәлиуллинаның мәҡәләһендә “Урал” гәзитенең 42-се һанында (26.05.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий