Иң тәүҙә һүҙ булған...

Иң тәүҙә һүҙ булған...
Билдәле яҙыусылар, журналистар менән осрашыу ваҡытында ошо хаҡта һүҙ барҙы
Белоретта Башҡорт әҙәбиәте кѳндәре үтте. Үҙҙәренең сәфәрен Ѳфѳнән килгән мәртәбәле, маҡтаулы исемдәр йѳрѳткән ҡунаҡтар - Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан- дың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев, яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мѳхәррире, драматург Рәлиф Кинйәбаев һәм уның урынбаҫары Әхмәр Үтәбай, бүлек мѳдире Сабир Шәрипов, “Аманат” журналының баш мѳхәррире Сәлмән Ярмуллин, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте йорто директоры Илһам Йәндәүләтов, “Юлдаш” радиоһы журналисы, яҙыусы Рәсүл Сәғитов, “Бельские просторы” журналының баш мѳхәррир урынбаҫары, яҙыусы Светлана Чураева, журналист, яҙыусы Игорь Фролов - Асы ауылынан башланы.
Асылар осрашыуға етди әҙерләнгән. Ҡунаҡтарҙы “Еңгәләр” фольклор ансамбле йыр-моң менән ҡаршы алды. Артабан Ѳфѳ ҡунаҡтары актер, режиссер, СССР-ҙың халыҡ, РСФСР- ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Арыҫлан Мѳбәрәков музейында булды. Һуңынан Асы ауыл мәҙәниәт йортонда халыҡ менән осрашты.
- Ижад иткән кешенең күңеле бай, уның башҡаларға булған мѳнәсәбәте лә матурыраҡ. Һәр сәфәргә сыҡҡан һайын, ҡайҙалыр осрашыуҙарға барабыҙ икән, беҙ иң беренсе, Сократ һымаҡ шәм яҡтыртып, яңы ижадсылар эҙләйбеҙ. Әгәр ҙә уның осҡоно була икән, беҙ уны дѳрләтеп ебәрер ѳсѳн, ниндәйҙер кимәлдә ѳмѳт сатҡылары һалырға тырышабыҙ. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаларының күптәре райондарҙа ижад итә. Инйәрҙән Әлиә Саматованың “Ағиҙел”дә баҫылған “Кәкүк” повесын уҡығанһығыҙҙыр. Беҙ ул әҫәр менән Белоретта үткән Әҙәби марафонда таныштыҡ һәм повесты журналда баҫтыҡ. Әлбиттә, ижадсы, мин ижад итәм, тип әҫәр яҙмай. Бына Яныбай ағай ҙа 45 йәшендә беренсе романын яҙып, әҙәбиәткә килеп ингән. Шулай ҡулға-ҡул тотоношоп эшләһәк, киләсәк быуын алдында йѳҙѳбѳҙ ҡыҙармаҫ. Яңыраҡ, Өфөлә “Бабич” киноһы булды, ул тамашасы тулы зал менән үтте. Был ихласлыҡ кешенең әҙәби һүҙгә һыуһағанын күрһәтте. Беҙҙең ижад Рәсәй һәм унан да юғарыраҡ кимәлдә таныла икән, был беҙҙең ҡыҙ һәм егеттәрҙең эшмәкәрлеге. Хеҙмәтте күрергә, уның тураһында әйтергә кәрәк. Халыҡты уята, күтәрә алырлыҡ, үҙебеҙҙең телдә сыҡҡан гәзиттәр бар. Уларҙы алдырып, тормошта булған тик яҡшы ваҡиғаларҙы уҡып, ҡыуанып йәшәйек. Киләһе осрашыуға килгәндә, Асыла яңы мәҙәниәт йортоноң мәрмәр баҫҡыстарынан күтәрелеп, Асы ташының сит тарафтарҙа ғына түгел, бында файҙаланылыуын күрергә насип итһен, - тине Зәки Арыҫлан улы осрашыуҙы башлап.
Рәмилә Мусинаның тулы мәҡәләһен гәзиттең 42-се һанында (26.05.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий