Конкурста ҡатнашығыҙ!

Конкурста ҡатнашығыҙ!
“Оло кешенең социаль портреты” конкурсы 1 майҙан старт алды. Һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән конкурс 2017 йылдың 1 декабренә тиклем дауам итә.
“Оло кешенең социаль портреты” конкурсы Белорет ҡалаһы һәм районының Пенсия фонды идаралығы, муниципаль район хакимиәте, урындағы матбуғат саралары, ветерандар советы һәм Белорет металлургия комбинатының ветерандар советы тарафынан ойошторола. Ойоштороусылар мәҡәләләр һәм фотоһүрәттәр буйынса 5 тема тәҡдим итә:
1. “255. Яратҡан ҡалам”: ҡалабыҙҙың күңелегеҙгә яҡын һәм ҡәҙерле булған урындарын, йорттарын, урамдарын һөйләгеҙ һәм күрһәтегеҙ.
2. “Ирҙәр... Ирҙәр... Ирҙәр...”: кешелектең көслө заттары тураһында тарихтар һәм фотоһүрәттәр.
3. “Тарихһыҙ бөгөнгөбөҙ юҡ”: үткәндәр тарихы һәм ҡаралы-аҡлы фотоһүрәттәр.
4. “Мауығыусылар донъяһы”: - Һеҙ нимә менән мауығаһығыҙ? Баҡса, поход, балыҡ тотоу, бейеү, семәр? Йәки тағы ла ғәжәпләнерлек берәй нәмә?
5. “Беренсе уҡытыусым...”: был категорияла Һеҙ беренсе һәм яратҡан уҡытыусыларығыҙ тураһында йылы иҫтәлектәрегеҙ һәм фотоһүрәттәрегеҙ менән уртаҡлаша алаһығыҙ.
“Оло кешенең социаль портреты” конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ! Фотоһүрәттәр Белорет ҡалаһы һәм районының Пенсия фонды идаралығында (Киров урамы, 52, 1-се каб.), ә мәҡәләләр “Урал”, “Белорецкий рабочий”, ”Металлург” гәзиттәре мөхәрририәттәрендә ҡабул ителә.
Оставить комментарий