Үҙ эшен асырға теләгәндәр күп

Рәсәй эшҡыуарлығы көнө алдынан муниципаль район хакимиәтендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Граждандарҙы муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Ручкина, хакимиәттең ер һәм күсемһеҙ милеккә идара итеү комитеты рәйесе Азамат Фәхретдинов, юридик бүлек начальнигы Елена Панкратьева, федераль һалым хеҙмәте инспекцияһының начальник урынбаҫары Владимир Артемьев һәм БР Адвокаттар коллегияһының Белореттағы филиалы етәксеһе Иван Лавренов ҡабул итте.
Белгестәргә ҡала ситендә үҙ эшен асырға теләгән Розалия Камалетдинова мөрәжәғәт итте. Буласаҡ эшҡыуар йәшелсәселек менән шөғөлләнеү теләген белдерҙе һәм ер, документтар юллау һәм рәсмиләштереү, эште башлауҙа субсидия буйынса һорауҙарға тулы яуап алды.
Э. ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий