Рухи ҡиммәттәрҙе нығытҡан мәктәп

Ҡаланың музыка мәктәбе 65 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Белорет музыка мәктәбенә 1951 йылда нигеҙ һалына. Иң башта, балалар менән эшләү өсөн Пионерҙар йортонан бер бүлмә бирелә. Тәүге уҡыу йылында фортепиано класы асылһа, икенсе йылына баян класы өҫтәлә. Шулай итеп, мәктәп яйлап үҫешә бара һәм 1953 йылдан 1955 йылға тиклем элекке «Металлист» кинотеатры бинаһының өс бүлмәһен ала. Ә инде 1955 йылдан 1961 йылға тиклем ул элек шәхси йорт булған бинала, 1961-1964 йылдарҙа киске мәктәп бинаһында, 1964-1994 йылдарҙа элекке ҡунаҡхана бинаһында эшләй. 40 йылдан ашыу унда-бында күсеп йөрөй торғас, ниһайәт 1994 йылда музыка мәктәбенең үҙ бинаһы төҙөлә. Яңы мәктәп төҙөүҙең инициаторы - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Александр Николаевич Александров.
Музыка мәктәбендә фортепиано бүлеге иң олоһо булып тора. Бер генә класс менән эш башлап, яйлап тотош бүлеккә әүерелә ул. Бөгөн бында үҙ эшенең оҫтаһы булған, ижади ҡарашлы 15 преподаватель эшләй. Шуларҙың 13-ө ошо мәктәпте тамамлаған.
1952 йылда баян һәм аккордеон бүлеге асыла. Был бүлектең үҫеше тәүге преподаватель Н. А. Казачков менән бәйле. 1974 йылда мәктәпкә йәш педагогтар килә һәм думбыра менән балалайка класы, 1978 йылда гитара класы эш башлай. Мәктәп йылдан-йыл үҙ эшмәкәрлеген киңәйтә бара. Шул арҡала 1954 йылда скрипка класы барлыҡҡа килә. 2002 йылда ҡурай класы булдырыла. Был класс уҡыусылары һәм “Инеш” ҡурайсылар ансамбле халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында лауреат була. 2006 йылда вокаль бүлеге асыла. Бөгөн унда халыҡ-ара конкурстар лауреаты булған 4 преподаватель 42 бала менән шөғөлләнә. Уларҙың тәрбиәләнеүселәре төрлө конкурстар еңеүсеһе, гран-при яулаусылар. 2008 йылда популяр булған синтезатор һәм ком- пьютер аранжировкаһы класы булдырыла. Ошо уҡ йылда саксофон, 2013 йылда флейта, 2015 йылда һуҡма инструменттар класы эш башлай.
Эльза Мөхәмәҙиеваның тулы мәҡәләһен гәзиттең 42-се һанында (26.05.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий