"Урал батыр" эпосы фестивалендә ҡатнашығыҙ

29 майҙа “Урал батыр” эпосын яттан һѳйләү буйынса I Республика асыҡ онлайн фестивале үтә.
Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы ойоштора. Сара сәсәнлек сәнғәтен һаҡлау һәм ҡобайыр башҡарыусылар, сәсәндәр мәктәбен үҫтереү, ЮНЕСКО һәм Башҡортостан Республикаһы араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу йәһәтенән бѳгѳнгѳ заман шарттарында “Урал батыр” эпосын ѳйрәнеү, таратыу маҡсатында үткәрелә.
Фестивалдә тѳрлѳ быуын кешеләре ҡатнаша ала: уҡыусылар, колледж, юғары уҡыу йорто студенттары һәм башҡа һѳнәр эйәләре.
Фестивалдә ҡатнашыр ѳсѳн 27 майға тиклем ғариза һәм үҙегеҙҙең ҡарамаҡҡа материал (онлайн-трансляция, видеоролик йәки туранан-тура һѳйләү) бирергә кәрәк. Сығыш 4 минуттан артмаҫҡа тейеш. Конкурс материалдарын vk.com/ club144428510 Урал-батыр - 2017 бәйләнеш тѳркѳмѳнә “Фестиваль Урал батыр - I” темаһына хат ебәрергә кәрәк. Ҡатнашыусы ғаризала үҙенең исем-фамилияһын һәм тыуған йылын, етәксеһенең исем-фамилияһын, адресын, уҡыу йәки эш урынын, бәйләнеш ѳсѳн телефонын күрһәтергә тейеш. Эпосты тѳрлѳ телдәрҙә һѳйләргә мѳмкин. Конкурс тураһында тулы мәғлүмәт менән дә ошо уҡ тѳркѳмдә танышырға була.
Фестиваль Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында сәғәт кѳндѳҙгѳ 12-нән 2-гә тиклем үтәсәк. Еңеүселәр ҙә ошо кѳндә билдәләнә.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий