Артта - мәктәп, алда - яңы тормош

Артта - мәктәп, алда - яңы тормош
Район-ҡалала урынлашҡан 44 мәғариф учреждениеһында ла Һуңғы ҡыңғырау кѳнѳнә арналған тантаналы саралар үтте. Шулай итеп, быйыл район-ҡала мәктәптәрен XI класты - 545, IX класты 1168 уҡыусы тамамлай.
- Шығай мәктәбе байрамды мәҙәниәт йортонда үткәрҙе. Сараға ветеран уҡытыусылар саҡырылды. Бѳгѳнгѳ кѳндә Шығай мәктәбендә 126 уҡыусы белем алһа, XI класты - 9, IX класты 10 уҡыусы тамамлай. Тѳрлѳ конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, мәктәптең данын арттырған ике тиҫтәгә яҡын уҡыусыға Маҡтау ҡағыҙҙары, Дипломдар тапшырылды. Сығарылыш кластарын I класс уҡыусылары тәбрикләне. Быйылғы сығарылыш уҡыусылары урта мәктәп тарихында 50-се сығарылыш булып тора. Урта мәктәптең тәүге сығарылыш уҡыусылары Фәтих Һаҙый улы Мѳхәмәтдинов һәм Динә Рәсүл ҡыҙы Канафина, шулай уҡ улар ѳсѳн һуңғы ҡыңғырау биргән Әлимә Мѳштәбә ҡыҙы Фәхретдинова сығыш яһаны, - тип хәбәр итте ветеран- уҡытыусы Инсаф Хәсән улы Канафин.
Район-ҡала сығарылыш кластар уҡыусылары араһында 6 уҡыусы хоҡуҡ, йәмғиәтте өйрәнеү, математика, география, әҙәбиәт буйынса тѳбәк һәм Бѳтә Рәсәй олимпиадаларында призлы урындар алған. 2016 йыл һѳҙѳмтәһе буйынса дүрт уҡыусы, Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү буйынса премияларға лайыҡ булды. Был күрһәткестәр уҡыу йылының район-ҡала мәғариф учреждениелары ѳсѳн уңышлы үтеүе тураһында һѳйләй.
Әммә уҡыусыларға, бигерәк тә сығарылыш кластарына тынысланырға иртә - алда уларҙы яуаплы имтихандар кѳтә. Беҙ уларҙың бѳтәһенә лә юғары үрҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ! Артта - мәктәп, алда - яңы тормош.
Р. МУСИНА.
ҺҮРӘТТӘ: Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында Һуңғы ҡыңғырауға арналған бик матур, сағыу сара үтте. Әйткәндәй, гимназияның XI класын -16, IX класты 40 бала тамамлай.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий