“Урындағы инициатива” уңышлы эшләй

“Урындағы инициатива” уңышлы эшләй
Тимер юл ауылында резина ҡатламы түшәлгән яңы спорт майҙансығы төҙөлә башланы. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Урындағы инициативаларға ярҙам итеү" проектына ярашлы, ауылдаштар үҙҙәре спорт майҙансығы булдырырға тип хәл итте.
Был майҙансыҡ “Комета” физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында төҙөлә. Майҙансыҡҡа яңы технологиялар буйынса резина ҡатламы түшәләсәк. Әлеге ваҡытта әҙерлек эштәре бара һәм буласаҡ майҙандың нигеҙе булдырыла, майҙанға асфальт түшәлеп бѳткән дә инде (һүрәттә). Ә инде резина ҡатламын түшәү ѳсѳн мотлаҡ ҡоро көн кәрәк, шуға күрә эштәр бер аҙ тотҡарланып тора. Бында волейбол һәм баскетбол майҙансығы ла, ә теләгәндәргә мини футбол һәм лапта уйнау мөмкинлеге лә буласаҡ, шулай уҡ оҙонлоҡҡа һикереү урынын эшләү ҙә планлаштырылған.
Төҙөлөш проекты миллион ярым һум тора. Объект тѳҙѳү юғарынан хупланғас, тиҙ арала кәрәкле сумманың яртыһын табырға тигән бурыс ҡуйыла. Ауылдаштар уны үтәүгә күмәкләп тотона һәм һәр йорттан 200-шәр һум аҡса йыя, бағыусылар ҙа ситтә ҡалмай, кәрәкле сумманы тултырыуға ѳлѳш индерә. Подрядсылар хаҡты бер аҙ төшөргән һәм майҙансыҡты, һауа шарттарының боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, июнь аҙағында файҙаланыуға тапшырырға тип планлаштырған. Эштәр барышын урындағы хакимиәт күҙәтә.
Урындағы инициативаларға ярҙам итеү программаһы буйынса Олойылға мәктәбенең тәҙрәләре алыштырылған, Исмаҡай мәктәбенең йылытыу системаһы ремонтланған. Манышты, Боғанаҡ ауылдарында балалар майҙансығын урынлаштырыу ҙа аҙағына еткән. Бындай эштәр халыҡтың әүҙемлеген, барыһын да ѳҫтән кѳтѳп ултырмай, лайыҡлы тормош булдырыуға үҙ ѳлѳшѳн индерергә тырышыуын да күрһәтә.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий