Оҙайлы конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Йыл башында муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы, мәғариф идаралығы исеменән Йәш натуралистар станцияһы, Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының Белорет территориаль комитеты, ҡаланың «БелЭко» тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте Экология йылына арнап, «Атай, әсәй, мин - экологик ғаилә!» конкурсын иғлан иткәйне. Сара халыҡта, йәш быуында экологик мәҙәниәт, илһөйәрлек тойғолары, тәбиғәт ресурстарына ҡарата һаҡсыл ҡараш, һөйөү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, яҡлау менән шөғөлләнгән ыңғай кеше образы тәрбиәләү йәһәтенән уҙғарылды.
хакимиәтендә «Атай, әсәй, мин - экологик ғаилә!» II муниципаль конкурсының йомғаҡлау туры уҙҙы. Ярты йыл буйы барған оҙайлы конкурста ҡатнашыу өсөн 65 ғаилә теләк белдергәйне. Әммә финиш һыҙығына уларҙың ни бары 55-е генә килеп етә алды. Конкурс үҙенә олоһон да, кесеһен дә йәлеп итте. Ҡатнашыусыларҙың иң йәшенә 5 йәш булһа, иң олоһона 75 йәш ине. Экомарафон барышында бөтәһе 9 мең килограмм макулатура, 198 килограмм пластик шешә һәм 40 килограмм алюмин банкалар тапшырылды. Был сара Рәсәйҙең йәш натуралистар хәрәкәте көнө менән дә тап килде. Шуға күрә йомғаҡлау турына килгәндәрҙең барыһын да иң тәүҙә Йәш натуралистар станцияһының тәрбиәләнеүселәре сәләмләне. Нәсимә Шәрифйән ҡыҙы Иҫәнғәлина конкурс барышы, уның һөҙөмтәләре, әһәмиәте һәм файҙалы яҡтары менән таныштырҙы. Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әхмәҙей ҡыҙы Әғләмова, экомарафонда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдереп, ошо сарала әүҙемлек күрһәткән балаларҙың эшмәкәрлеген айырыуса маҡтап телгә алды, уларҙың киләсәктә үҙ илен, туған тәбиғәтен яратҡан ысын граждандар булып үҫеүенә шик юҡ, тине ул. Ул конкурстың тәүге “Визит картаһы” этабында еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм ҡала картина галереяһына, тарихи-крайҙы өйрәнеү музейына, “Дефицит” театрына, ҡала Мәҙәниәт һарайында үткән сараларға бушлай инеү өсөн сертификаттар тапшырҙы. “Экология белермәндәре”, “Беҙҙең ҡулдар күңелһеҙләнеү белмәй”, “Ергә бүләк”, “Көнкүреш ҡаты ҡалдыҡтарын - эшкә” этаптары һөҙөмтәләре буйынса ла ҡала һәм районыбыҙҙа эрудициялы, ижади ҡарашлы, оҫта ҡуллы, тырыш һәм әүҙем ғаиләләрҙең күп булыуы асыҡланды. Был йәһәттән үҙен иң яҡшылар иҫәбендә күрһәтеүселәрҙең барыһына ла бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Район һәм ҡаланың бик күп ғаиләләре ҡатнашҡан экомарафон тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм ҡайһы бер социаль-экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән үҙ бурысын намыҫлы үтәне тиергә була. Сара барышында тәбиғәткә кешеләр тарафынан яһалған зыянды кәметеүгә, булдыра алғансы экологик проблемаларҙы хәл итеүгә генә иғтибар йүнәлтелмәне, ә ғаилә ҡиммәттәре нығытылды, бөтә халыҡ һәм айырыуса йәштәр араһында яңы идеяларҙы үҫтереүгә лә булышлыҡ итте.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

Оставить комментарий