Яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл асылды

Яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл асылды
Инйәр ауыл советының Айыс ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы уҙҙы.
Байрамға ошо ауылда тыуып үҫеп, бѳгѳн ситтә йәшәгән һәм эшләгән ауылдаштар йыйылды. Бѳгѳн Айыста ни бары 9 йортта 20 кеше донъя кѳтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ төҙөкләндереү эштәре менән дә булыша. Шул арҡала ауыл да кѳндән-кѳн матурая, ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Ауыл байрамы уңайынан һәм 22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө алдынан Айыста Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтар иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Был идеяны урындағы халыҡ күтәреп сыҡты. Яңы башланғысты сығышы менән ошо ауылдан булып, әлеге ваҡытта сит яҡтарҙа йәшәгән ауылдаштар ҙа ҡуш ҡуллап күтәреп алды. Был изге эште тормошҡа ашырыу ѳсѳн тиҙ арала инициатив тѳркѳм булдырылды. Һәйкәлде төҙөүгә кәрәкле аҡсаның бер өлөшөн хакимиәт бүлеп бирһә, икенсе яртыһы халыҡтан йыйылды. Яҡташтары иҫтәлеген мәңгеләштереүгә һәр кем үҙ ѳлѳшѳн индерергә тырышты. Төҙөлөш материалдары менән Нур Мөхәмәтнур улы Зарипов ярҙам итте.
Эльза ЗЕКРЕНА.
Оставить комментарий