Маҡсатым ҙур - шәхес булыу

Маҡсатым ҙур - шәхес булыу
Олораҡ быуын вәкилдәренән бөгөнгө йәштәргә ҡарата төрлө фекерҙәр ишетергә була. Берәүҙәр уларҙы ғәмһеҙлектә, рухһыҙлыҡта, әҙерҙе генә көтөп ултырыуҙа ғәйепләһә, икенселәре иһә заман йәштәренең ҡыйыу, белемле, маҡсатлы һәм сәмле булыуын юғары баһалай. Шулай ҙа, нимә генә тиһәләр ҙә, һуңғыларының фекере менән күптәр килешер ине, моғайын. Заман башҡа - заң башҡа тигәндәй, һәр замандың нәҡ шул осорға ғына бар яҡлап та тура килгән йәштәре була. Ата-бабаларыбыҙ дәүерендәге ҡыйыу йәштәр үҙ илен яҡлап ихтилалға күтәрелһә, икенсе берәүҙәре дәррәү килеп кол- хоз төҙөгән, ә өсөнсөләре иһә фашист дошмандары менән алышҡан. Бөгөн дә лайыҡлы тормош булдырыу өсөн тырышҡан, белем эстәп, сит илдәрҙе иңләгән, әллә ниндәй баш етмәҫлек асыштар яһаған йәштәребеҙ бихисап. Ныҡла- быраҡ күҙ һалһаң, ундайҙарҙы һәр ауылда күрергә була. Заман һулышын тойоп, киләсәген күҙаллай белеп йәшәгән йәштәребеҙ ата-әсәһенең генә түгел, халҡыбыҙҙың да бәҫен күтәрә, данын тарата.
Ошондай дәртле, сәмле йәштәребеҙ араһына районыбыҙҙың Абҙаҡ ауылында йәшәгән Ләйсән Шәфҡәт ҡыҙы Аҙнабаеваны ла индерергә булыр ине.
Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуып үҫеп, ошо ауылда бер нисә йыл белем алған ҡыҙға артабан Абҙаҡ ауылы мәктәбендә уҡырға тура килә. Үҙ мәктәбендә тик яҡшы билдәләргә генә уҡыған Ләйсәнгә икенсе ауылда, ят мөхиткә берегеп китеү ҡыйын булмай. Бында ла алдынғылыҡты бирмәй ул. Тел дәрестәрен үҙ итә, шиғриәт, әҙәби нәфис китаптар уҡыу менән мауыға. Бар ергә лә өлгөргән, һәр эшен ваҡытында башҡарған тырыш ҡыҙға Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Йылдар буйы тырышып алған белеме, үҙ-үҙенә ышанысы был һынауҙы ла уңышлы үтергә ярҙам итә. Шул арҡала, киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау ҙа тормай уның алдында. Күп баш ватмай, үҙенең тәүге етди маҡсатын тормош- ҡа ашырып, Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Был теләгенең тормошҡа ашыуында Ҡобағош һәм Абҙаҡ мәктәбе уҡытыусыларының өлөшѳ ҙур, тип һанай Ләйсән. Бәләкәйҙән йырларға, бейергә яратҡан ҡыҙ был шөғөлдәрен әле лә ташламаған, бынан тыш фото төшөрөү, телдәрҙе өйрәнеү, психология, спорт менән дә ҡыҙыҡһына ул. Әлеге ваҡытта, уҡыуҙан тыш, бер юлы ике эштә эшләргә лә өлгөрә. Университеттан ҡалған ваҡытының бер өлөшөн мәҙәни күңел асыу комплексында администратор булыуға бүлһә, икенсе өлөшөндә иһә косметологик салонда тештәрҙе ағартыу эше менән булыша. Егәрленең ҡулы етәү, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Үҙен уҡытырлыҡ аҡса эшләүҙән тыш, күңеленә ятҡан шөғөлгә лә ваҡыт таба алған ул. Хәҙер инде бер нисә йыл Айгөл Үтәгәнова етәкселегендәге “Һомай” театр-дефилеһында модель мәктәбен үҙләштерә һәм Өфөлә үткән төрлө мәҙәни, йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша. «Маҡсатым ҙур, теләктәремдең ҡайһыларын тормошҡа ашыра ла башланым. Нисек кенә булмаһын, иң тәүҙә илемә, тыуған еремә файҙалы кеше булырмын тигән ышаныстамын», - ти Ләйсән. Әлеге ваҡытта ул үҙенең шиғырҙар йыйынтығы китабын сығарыу өҫтөндә эшләй. Бер нисә шиғырын йыр яҙырға тип һорап та алғандар.
Өйҙән ярҙам көтмәй, үҙ көсөнә ышанып йәшәгән, үҙ тырышлығы менән белем алып, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәгән ҡыҙҙар барында киләсәгебеҙ ҙә матурыраҡ, өмөтлөрәк күренә. Киләсәктә бындай ҡыҙҙар үҙҙәре кеүек тырыш, сая, сәмле балалар ҙа тәрбиәләп үҫтерер әле, тигән уй ҙа ярала күңелдә.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий