“Рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ”

“Рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ”
- Шулай баһалы, матур ҡартайыуығыҙҙың сере нимәлә?
- Ныҡ булыуҙа, ауыр булһа ла, һыр бирмәүҙә, һәр нәмәлә сама белеүҙә...
Әңгәмәсем Ғәтифә Иҙрис ҡыҙы БҮЛӘКБАЕВА- СУФЬЯНОВАның шулай тип яуап бирергә хаҡы бар.
Ғәтифә апайҙы тәүгә күреүем. Әммә күптәнге яҡын таныштар кеүек тиҙ аралашып киттек. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тигәндәй, әсәйем менән бер ауылдан - Абҙаҡтан булыуҙары ла үҙенекен иткәндер, бәлки. Үткер, һынамсыл ҡарашы, ашыҡмай, баһаһын белеп кенә һѳйләшеүе, шул уҡ ваҡытта урынлы ғына һүҙ әйтеп, “бында кемдең кем икәнлеген” белгертеп ҡуйыуы менән ниндәйҙер ҡурҡыу ҡатыш ихтирам уятты миндә Ғәтифә апай. Эске донъяһының байлығы, тәрән фекерләү һәләте уға тыумыштан бирелгәнлеге тойола.
Гѳлзәғифә һәм Иҙрис Хәмитовтар заманына күрә алдынғы ҡарашлы кешеләр була. Тик балаларына ата-әсәй наҙын оҙаҡ татырға яҙмай. Ғәтифә апайға алты йәш тирәһе булғанда, әсәһе үлеп ҡала. Һуғыш сығып, аталары фронтҡа киткәс, һеңлеһе Латифа менән үгәй әсә ҡулында тороп ҡалалар. Ул йылдарҙың михнәттәрен күп күрәләр. Яраланып ҡайтҡан аталары ҡыҙының ҡулында йән бирә. Ауырлыҡтарға бирешмәй, тырышлығы менән һеңлеһен дә, үҙен дә аслыҡ- яланғаслыҡтан һаҡлап алып ҡала. Ауылда VII класты тамамлағандан һуң мәктәптә, китапханала, клубта эшләй. Һуғыштан ҡайтҡан офицер, уҡытыусы Әхмәдулла Ғиниәт улы Суфьяновҡа тормошҡа сыға. Бер-бер артлы балалары тыуа. Ауырлыҡтар онотолоп, тормош яйға һалына башланы ғына тигәндә, бәлә-ҡаза ишек ҡаға... Ѳс бала атайһыҙ, Ғәтифә апай утыҙ ѳс йәшендә генә тол ҡала.
Мәрхүм ире, үлһәм, балаларҙы кеше итергә тырыш, яңғыҙыңа ауыр булыр, һәйбәт кешене осратһаң, кейәүгә сыҡ, тигән васыят әйтеп ҡалдыра. Шулай итеп, Нуритдин Мѳхәррәм улы Бүләкбаев, һуңынан тыуасаҡ ике балаһының аталары, яңғыҙ ҡатындың иңенә тѳшкән ауырлыҡты үҙ ѳҫтѳнә ала. Ысынлап та, һәйбәт кеше булып сыға Нуритдин ағай. Ѳс баланы ла, үҙенекеләй күреп, ҡаҡмай, һуҡмай үҫтерә. Үҫеп килгән ҡыҙҙары һәм улдарының киләсәген уйлап, ҡалаға күсенәләр. Биш балаға ла юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығаралар.
Резида Ғәҙелшинаның тулы материалын гәзиттең 52-се һанында (30.06.17) уҡығыҙ.



Оставить комментарий