Берҙәмлеккә ни етә!

Берҙәмлеккә ни етә!
Аҙнағолда баҫма проблемаһы йылдан-йыл ҙурайғандан-ҙурая килә.
Ике ярҙы тоташтырған күпер ҙур әһәмиәткә эйә. Бөтә ауылға бер баҫма аша йәйәүлеһе лә, атлыһы ла йөрөй, еңел машина менән дә үтәләр. Көнө-төнө геүләп тора баҫма.
Әлеге ваҡытта баҫма бик насар хәлдә. Шуға күрә ауыл старостаһы Альберт Сибәғәтов етәкселегендә баҫма ремонтлау буйынса эштәр алып барыла. Ауыл халҡы ла битарафлыҡ күрһәтмәй, быйыл яҙ һәр бер өйҙән баҫманы төҙөкләндереүгә аҡса тапшырҙылар.
Ауыл ир-егеттәре ҙурынан алып бәләкәсенә тиклем иртәнән кискә ҡәҙәр баҫма ремонтлау менән мәж килде. Иҫке таҡталарын алып ташлап, яңылары ҡағылды, сит яҡтары нығытылды, баҫманы тотоп торған тимер сымдары алыштырылды. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тип юҡҡа әйтмәгән боронғолар. Бер көн эсендә иҫке баҫманы төҙөкләндерҙеләр.
Донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, баҫманы төҙөкләндереү буйынса үткәрелгән өмәлә ҡатнашҡан ир-егеттәргә ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыш теләйбеҙ.
Гүзәл КӘРИМОВА.
Оставить комментарий