«Урманда эшләүе еңел түгел»

«Урманда эшләүе еңел түгел»
Быйыл район Һабантуйында Башҡортостан Республикаһы “Урмансылыҡтар менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Белорет урмансылығы буйынса бүлеге етәксеһе Олег Таһир улы МУЛЛОДЖАНОВ “Урман хужалығының иң яҡшы хеҙмәткәре” тип билдәләнде. Ошо айҡанлы йәш етәксе менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
► Олег Таһир улы, кабинетығыҙ алдында бер кем дә юҡ. Әллә бѳгѳн ҡабул итеү кѳнѳ түгелме?
– Сираттың булмауы - халыҡҡа ағас бүлеүҙе тәртипкә һалыуҙың һѳҙѳмтәһе. Былтыр “Башҡортостан Республикаһында урман мѳнәсәбәттәрен кѳйләү тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индерелде. Ошоға бәйле, элек һәр бер гражданға, ғаилә ағзаһына ағас бүленһә, әле иһә бер ғаиләгә йәки яңғыҙ йәшәгән гражданға бирелә. Йәғни, элек бер ѳйҙә йәшәгән ғаиләләге биш кеше лә ағас һорап килә ине, хәҙер бындай баш-баштаҡлыҡҡа сик ҡуйылды. Хәҙер аҙ тәьмин ителгән, урындағы хакимиәттә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торғандарға, янғындан йәки ғәҙәттән тыш хәлдән зыян күргәндәргә ѳҫтѳнлѳк бирелә. Ағас бүлгәндә Ер кодексының 10-сы статьяһы ла иҫәпкә алына.
2017 йылдың 1 ғинуарынан электрон сират булдырылды. Хәҙер ағас ѳсѳн бер ғариза биреү ҙә етә. Ғариза биргән кѳндән электрон сиратҡа ҡуйыла һәм элекке кеүек йыл һайын ғаризаны яңынан биреп тороу кәрәкмәй.
Элек тѳҙѳлѳш ѳсѳн 150 кубометр ағас бүленһә, ә хәҙер - 110. Бѳгѳн дә тѳҙѳлѳшкә ағас һорап мѳрәжәғәт иткәндәр һаны кәмемәй. Кѳнѳнә 20-30 ғариза килеп тора. Күптәр ылыҫлы урман һорай. Быйыл ылыҫлы урман буйынса 12330 кубометр ағас бүленһә, уның 7700 кубометры “Домкомплект” торлаҡ тѳҙѳү программаһы буйынса “Торлаҡ тѳҙѳү фонды”на бирелде, 4630 кубометры янғындан зыян күргәндәргә, ә ҡалған 1111 кубометры 9 кешегә бүленде. Әлеге ваҡытта 4 меңдән ашыу кеше сиратта тора. Ә утын ѳсѳн ағас бүлеүгә бәйле тотҡарлыҡтар юҡ.
► Быйыл Белорет урмансылығының бинаһы автономлы йылытыуға күсте. Был аҙым үҙен аҡланымы?
- Быға тиклем ҡыш йылылыҡ ѳсѳн ай һайын 110 мең һум түләп килдек. Ҡыш һайын ошо маҡсатта 700 мең һум аҡса сарыф ителде. Газ менән автономлы йылытыу системаһы отошло тип иҫәпләп, “Белорет урман хужалығы” директоры Лилиә Дәминдар ҡыҙы Сәфиуллина менән кәңәшләшеп, үҙебеҙҙә йылытыу ҡаҙанлығы урынлаштырырға булдыҡ. Быйыл ҡыштың иң һыуыҡ айҙарында газ ѳсѳн бары 10-20 мең һум ғына аҡса түләнек. Был ҙур экономия булды. Һѳҙѳмтәлә, газ ҡорамалына һәм уны урынлаштырыуға киткән сығымдарҙы бер ҡышта уҡ ҡаплауға ирештек.
Рәмилә Мусинаның тулы материалын гәзиттең 52-се һанында (30.06.17) уҡығыҙ.



Оставить комментарий