Йәмәғәт советы – Туҡанда

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге ҡарамағындағы Йәмәғәт советы Туҡанда күсмә ултырыш үткәрҙе һәм граждандарҙы ҡабул итте.
Ҡаланан 80 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Туҡан ауылына Йәмәғәт советы рәйесе Иван Лавренов, урынбаҫары Анатолий Кузнецов һәм совет ағзаһы Людмила Денисова барҙы. Ҡабул итеүҙә шулай уҡ полицияның участка уполномоченныйҙары хеҙмәте начальнигы Руслан Абдуллин һәм ауылдың өлкән участка уполномоченныйы Хафиз Исҡаҡов ҡатнашты. Ауылдаштарын тыңларға Туҡан ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Сәмиғуллина ла килде. Йәмәғәтселәргә 7 кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Һәр береһен иғтибар менән тыңлағандан һуң, уларҙың ҡайһы берҙәренә урында уҡ ярҙам итеп ебәрҙеләр. Иван Лавренов һәм Руслан Абдуллин граждандарға килеп тыуған хәлдә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңлатып бирҙе.
Ике ҡатын участкаһында, санитар нормаларҙы үтәмәйенсә, бал ҡорттары тотҡан күршеләренә зарланды. Шул арҡала улар балаларын тышҡа сығарырға ҡурҡа, ә күршеләре менән килешә алмайҙар. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең йәшәгән урынына участка уполномоченныйы барҙы. Умартасы административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Совет вәкилдәре ҡорт саҡҡан урынды фельдшер-акушерлыҡ пунктына барып күрһәтеп, ҡағыҙға теркәргә, күргән зыян өсөн компенсация алыу буйынса судҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе.
Икенсе кеше, актив гражданлыҡ позицияһын күрһәтеп, урманды законһыҙ ҡырҡҡан һәм әҙерләгән эшҡыуарға дәғүә белдерҙе. Мәғлүмәт иҡтисади енәйәттәр һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлегенә тикшереүгә ебәрелде.
Ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Фәтих ҡыҙы Йәмәғәт советы рәйесенә Туҡан һәм Егәҙе ауылдарына участковыйҙар тәғәйенләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Хакимиәт башлығы фекеренсә, ауылда йәшәгән полиция хеҙмәткәренә тәртип урынлаштырыуы ла еңелерәк буласаҡ. Иван Анатольевич, үтенесте тыңлағандан һуң, мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙә ярҙам итәсәген белдерҙе.
Осрашыуға йомғаҡ яһап, йәмәғәтселәр урындарҙа ҡабул итеүҙәрҙе артабан да дауам итергә тигән ҡарарға килде.
Гүзәл ДРОНОВА,
Белорет эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәткәре.

Оставить комментарий