“Йырла, уйна, гармун!”

“Йырла, уйна, гармун!”
Яңыраҡ Тирлән ауылында гармунсыларҙың “Йырла, уйна, гармун!” II район конкурсы булып үтте.
Урындағы тарихсы Борис Оглоблин инициативаһы буйынса 2014 йылда тәүге тапҡыр үткәрелгән конкурстың даирәһе лә йылдан-йыл киңәйә бара. Күләмле сарала 7 йәштән алып 65 йәшкә тиклемге 60-лаған гармунсы ҡатнашты. Гармунсыларҙы барлап, милли көйҙәребеҙҙе халыҡ күңеленә еткереү, башҡарыу традицияларын, гармунда уйнау сәнғәтен пропагандалау һәм үҫтереү, ижади ҡарашлы йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында уҙғарылған мәҙәни сара моң һөйөүселәр өсөн дә оло байрамға әүерелде, ысын мәғәнәһендә йыр-моңға күмелде. Бында дәртле көйҙәр ишетеү, сәнғәт оҫталары менән дә танышыу мөмкинлеге тыуҙы. Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ҙа байтаҡ ине. Быйыл Асы, Аҙналы, Аҙнағол, Әзекәй, Бирҙеғол, Береш, Ишле, Исҡушты, Инйәр, Йөйәк, Ҡоҙғон-Әхмәр, Ҡағы, Ломовка, Олойылға, Сермән,Тирлән, Үткәл, Үҙән, Үрге Әүжән ауылдарынан, музыка мәктәптәренән гармунсылар әүҙем булды һәм үҙ маһирлығын күрһәтеү буйынса һынау тотто. Конкурсанттарҙың һәләтен, гармунда уйнау маһирлығын ҡала Мәҙәниәт һарайының рус халыҡ хоры концертмейстеры Рөстәм Хафизов, ҡала балалар музыка мәктәбенең директор урынбаҫары Валерий Климчинский, музыка мәктәбенең баян класы уҡытыусыһы Евгений Лисовский һәм район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова баһаланы.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 52-се һанында (30.06.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий