Тантана итте ҡалам, беҙҙә булды ҙур байрам

Тантана итте ҡалам, беҙҙә булды ҙур байрам
Ҡаланың 255 йыллыҡ юбилейы һәм Металлургтар кѳнѳнә бәйле ҙур байрамға әҙерлек күптәнән барҙы. Июлдә ҡала ихаталарында, скверҙарҙа капиталь ремонт башланды, урамдарҙа асфальт яңыртылды, күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтары алыштырылды. Бына шундай ыңғай ваҡиғалар, ҙур тѳҙѳлѳштәр, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр менән ҡаршы алды оло юбилейын Иҙел башы.
Синоптиктар байрам үтәсәк кѳндә Белоретта ҡойма ямғырҙар вәғәҙә итһә лә, тәбиғәт мәрхәмәтле булды һәм ҡаланың үҙәгендә ямғыр саҡ ҡына һибәләп үтте. Тѳп байрам саралары Металлургтар майҙанында халыҡ тынлы оркестры сығышы менән асылды. Һуңынан сәхнәгә Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Рѳстәм Марданов, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Зѳһрә Рәхмәтуллина, оҙаҡ йылдар Премьер-министр вазифаһында эшләп, хаҡлы ялға киткән яҡташыбыҙ Рафаэль Байдәүләтов, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Бѳрйән муниципаль район хакимиәте башлығы Рѳстәм Шәрипов, муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, “Белорет металлургия комбинаты” йәмғиәтенең генераль директоры Виктор Камелин, ҡала Советы рәйесе Евгений Кустов, ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков күтәрелде.
Ҡотлау һүҙе менән Владислав Геннадьевич сығыш яһаны. Ул район-ҡаланың ҡаҙаныштарына туҡталды һәм барыһын да байрам менән ҡотлап, һаулыҡ, уңыштар теләне. Рѳстәм Марданов та белореттарҙы ҙур байрам менән тәбрикләне һәм “Белорет металлургия комбинаты”ның хеҙмәт алдынғыларына - 1-се ҡорос сым канат цехынан ѳлкән мастер Андрей Викторович Берсинға, 16-сы юғары ныҡлыҡтағы сым цехынан волочильщик Валерий Дмитриевич Ерёмкинға, металл прокат цехынан сортировкалаусы-тапшырыусы Юрий Петрович Рукинға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын, 11-се легирланған сым цехынан ѳлкән мастер Сергей Петрович Фокинға, прокат цехынан металл йылытыусы Василий Васильевич Черныхҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы” исемдәрен тапшырҙы.
Рәмилә Мусинаның материалын гәзиттең 57-се һанында (18.07.17.) уҡығыҙ.
Оставить комментарий