Берҙәмлек һѳҙѳмтәһе - балаларға майҙансыҡ

Берҙәмлек һѳҙѳмтәһе - балаларға майҙансыҡ
Муниципаль районда, Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Бөтә донъя банкы менән берлектә “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эштәр уңышлы дауам итә.
Программаға ярашлы, көнүҙәк мәсьәләләрҙе халыҡ үҙе билдәләй һәм юлдарҙы төҙөкләндереү, ауылдарҙы эсәр һыу менән тәьмин итеү, уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу, трактор һатып алыу кеүек проблемаларын хәл итә. Ә бына Инйәр ауыл хакимиәтенә ҡараған Манышты ауылы халҡы, балалар мәнфәғәтен тәүге урынға ҡуйып, спорт һәм уйын майҙансығы урынлаштырҙы.
Балалар майҙансығын урынлаштырыу көнөн маныштылар ҙур байрам ойоштороп билдәләне. Ҡунаҡтарҙы йола буйынса ҡаршы алғас, ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов барыһын да ҡотлап, майҙансыҡ төҙөүҙә әүҙемлек күрһәткән ауыл старостаһы Ғаян Абдрахмановҡа, Гөлсирә Байрамғәлинаға, Шәүҡәт Сәитғәлинға, Рәйлә Мөлөковаға, Зәбир Фазыловҡа, Данил Мырҙағәлинға, Ғимран Абдрахмановҡа Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Муниципаль райондың финанс идаралығы начальнигы Әминә Зиятдинова проектта еңеп сығыуҙың етди эш булыуын, бының өсөн мотлаҡ халыҡтың берҙәмлеге, әүҙемлеге кәрәклеген билдәләне. Ул башҡа ауыл хакимиәттәрен дә конкурста әүҙемерәк ҡатнашырға, халыҡ менән уртаҡ тел табып, берҙәм эшләргә саҡырҙы. Был йәһәттән маныштыларҙың үҙ-ара татыулығын, дөйөм мәнфәғәттәрҙе уртаҡ хәл итеп йәшәүен күптәргә өлгө итеп ҡуйырға була. Балалар майҙансығы булдырыуҙы ла улар былтыр йыйылышта берҙәм ҡарар менән ҡабул иткәйне. Программала ҡатнашыу буйынса уҙғарылған йыйылышты ла ауылдаштар күмәкләп сәй табыны, концерт номерҙары әҙерләп, ҙур байрам итеп үткәргәйне. Йыйылышта балалар ҙа әүҙем ҡатнашты, тип һис икеләнмәй әйтергә була, сөнки уларҙың ауылда балалар майҙансығы булдырырға тигән хыялын сағылдырған һүрәттәре Өфөлә комиссия тарафынан өҫтәлмә балл алыуға булышлыҡ итә. Бөгөн был матур хыял тормошҡа ашты, матур йылға буйында бынамын тигән уйын һәм спорт комплексы булдырылды. Майҙансыҡты Өфөнөң Балалар майҙансығы подрядсылары ваҡытында һәм сифатлы тапшырыуға өлгәште. Хәҙер инде уның ҡәҙерен белеп, боҙмай-емермәй файҙаланырға ғына кәрәк.
Эльза Мөхәмәҙиеваның материалын гәзиттең 57-се һанында (18.07.17.) уҡығыҙ.
Оставить комментарий