Йылан изгеме, әллә яуызмы?

Йылан изгеме, әллә яуызмы?
Климат үҙгәрә, тәбиғәттә баланс боҙола, янғындар, тирә- яҡтың бысраныуы, яңы майҙандар эшкәртеү... Былар барыһы ла йәнлектәрҙең үҙҙәренә яңы йәшәү урыны эҙләп, кеше территорияһына килеп сығыуына килтерә. Бында йыландар өсөн урын күп һәм ризыҡ та етәрлек. Тәү сиратта йыуынты һыу һәм сүп-сар соҡорҙары, сөнки еүешлек һәм йылылыҡ - һөйрәлеүселәр өсөн иң яҡшы шарттар.
Әлбиттә, үҙеңдең кәртәңдә йылан менән осрашыу күңелле күренеш түгел. Күп осраҡта ҡурҡыу тойғоһо кисерәһең, ҡотоң оса.
Иң мөһиме - тынысланырға, паникаға бирелмәҫкә, йүгермәҫкә кәрәк. Шым ғына уның үтеп киткәнен көтөп тороу хәйерле. Йылан - тәбиғәте менән тыныс йәнлек, уның кешегә ташлана торған ғәҙәте юҡ, әммә, үҙенә ниндәйҙер ҡурҡыныс янай тип, ташланыуы ла бар. Кәүҙәһенә яңылыш баҫһаң - тешенән ҡотолормон тимә.
Башҡортостанда барыһы алты төрлө йылан бар. Туҙбаш, еҙ, сыбар йыландар ағыуһыҙ. Әммә уларҙың һәр ҡайһыһы сағырға мөмкин. Йыландарҙы ентекләп өйрәнгән белгес-герпетолог ҡара йылан сағыуы үлемесле түгел, тип белдерә.
Баҡсала, кәртәлә йыш осраҡта еҙ, туҙбаш һәм сыбар йыланды осратырға мөмкин. Туҙбашты зыянһыҙ йылан булараҡ беләбеҙ, ләкин улар араһында саҡҡан саҡта ағыу бүлеүселәре лә бар. Тик шыйыҡсаһы кеше өсөн ҡурҡыныс түгел, саҡҡан урын тирәләй ҡан һауыуы, күгәреүе генә мөмкин.
Күп осраҡта туҙбаш менән ҡара йыланды бутайҙар. Туҙбаш йылан ҡара йәки һары төҫтә була. Башының ике яғында һары, ҡыҙғылт-һары таптарынан тыш, күҙ ҡараһы йомро була. Ә ҡара йыландыҡы ярыҡ рәүешендә вертикаль урынлашҡан (был айырма беҙҙең илдәгеләргә генә ҡағыла).
Нәркәс Вәлиуллинаның йыландар тураһындағы материалын гәзиттең 58-се һанында (21.07.17) уҡығыҙ.




Оставить комментарий