Хѳкүмәт премияһына лайыҡ булдылар

Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәтенең 2017 йылдың 14 июлендәге ҡарары менән 50 рус һәм башҡорт теле уҡытыусыһы 50 мең һум күләмендәге премияға лайыҡ булды. Улар араһында ҡаланың 21-се мәктәбенән рус теле уҡытыусыһы Ирина Александровна Абакумова ла бар.
Әйткәндәй, яҡташыбыҙ - сығышы менән Манышты ауылынан булған Миләүшә Нурулла ҡыҙы Моратшина ла ошо уҡ премияға лайыҡ булды. Ул оҙаҡ йылдар Ҡаһарман мәктәбендә уҡытты, әлеге ваҡытта Ѳфѳләге 117-се сит телдәрҙе тәрән ѳйрәнеү мәктәбендә башҡорт теленән уҡыта.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий