Илдең иң яҡшы мәктәптәре иҫәбендә

Белорет балалар музыка мәктәбе Дөйөм Рәсәй конкурсында еңеп, илдең иң яҡшы 50 сәнғәт мәктәбе иҫәбенә инде.
Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ойошторған конкурс 2017 йылдың март айында старт алғайны. Конкурс балаларҙы сәнғәт төрҙәре буйынса уҡытыу өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән мәктәптәр араһында үткәрелеп, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү системаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Мәртәбәле конкурста Рәсәйҙең бөтә субъект вәкилдәре лә ҡатнашты.
Дөйөм Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса, Белорет ҡалаһының балалар музыка мәктәбе (директоры И.Р. Иҫәнғужин) лайыҡлы тип табылды һәм конкурста еңеү яуланы. Мәктәп илдең иң яҡшы балалар музыка мәктәбе исемен лайыҡлы йөрөтөр.
Э. ХӘМЗИНА әҙерләне.
Оставить комментарий