Тәмле бәлештәр – Сермәндә

Тәмле бәлештәр – Сермәндә
Үҙ ғүмерен тик сауҙа ѳлкәһенә арнағандар бар. Сермән ауылындағы элекке универсам бинаһында урынлашҡан “Ѳмѳт” магазины һәм кафеһы хужабикәһе Роза Борисовна ХАМАТКОЕВА ла улар рәтен тулыландыра.
Роза Борисовна мәктәпте тамамлағас, һатыусы һәм ашнаҡсы һѳнәренә уҡый. Был һѳнәрҙәр уға тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, үҙ эшен асырға ярҙам итә. Үзбәкстанда йәшәгәндә лә, бында ла яратҡан эшенән айырылмай, ә инде 2000 йылда ныҡлап эшҡыуарлыҡҡа тотона һәм магазин аса. Баҙарҙа һәр саҡ кѳнәркәшлек кѳслѳ, шуға ла, магазинға ярҙам булһын тип, йәмәғәт туҡланыуы менән дә шөғөлләнә башлай.
Бѳгѳн иһә “Ѳмѳт” кафеһында кондитер изделиелары һәм тѳрлѳләтеп икмәк, күмәс, бѳйѳрѳк, бәлеш, ѳсмѳйѳш бешерә. Әҙер продукцияны кафела һәм магазинда һатыуға сығара. Тәмле бәлештәрен яратып ѳлгѳргән сермәндәр заказ буйынса ла бешертеп ала.
- Ҡыҙҙар тырышып эшләй. Миндә ѳс йыл эшләгән Флүрә Бәҙретдин ҡыҙы Низаметдинова уң ҡулым булып тора. Ул заказдар ҡабул итә, бешерә. Әлбиттә, әлеге ваҡытта көрсөк беҙҙең эштә лә тойола: халыҡта аҡса юҡ, тантаналарҙы һирәк үткәрәләр. Шулай булһа ла, тѳшѳнкѳлѳккә бирелмәйенсә, ваҡытында эш хаҡы, һалымдарҙы түләргә тырышабыҙ, - ти Роза Борисовна.
Кафеға тамаҡ ялғарға ингән ике ҡатындан, хеҙмәтләндереү оҡшаймы, тип ҡыҙыҡһындым. “Тәмле бешерәләр. Тәрилкә тултырып һалғандар. Ѳйҙә лә улай күп итеп һалмайбыҙ әле”, - тип яуапланылар. Сауҙала иң мѳһиме - яҡшы хеҙмәтләндереү һәм сифатлы тауар менән тәьмин итеү. Сермәндәр һәм ауыл аша үткән юлсылар Роза Борисовна коллективы менән етештергән аҙыҡ-түлекте яратып ала икән, тимәк, ул был маҡсатҡа тоғро ҡала.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий