Уңғандың урыны түрҙә

Уңғандың урыны түрҙәСәфәрғол ауылында тыуып үҫкән Ғәлиә Зәки ҡыҙы Манышты мәктәбен тамамлағандан һуң, бер икеләнеүһеҙ, 25-се һѳнәрселек училищеһына канатсы һәм сым ураусы һѳнәрҙәренә уҡырға юллана. Ә инде 1989 йылда ҡулына диплом алып, Белорет металлургия комбинатында хеҙмәт юлын башлай. Шулай итеп, инде 28 йыл ул комбинатта сым ураусы булып эшләүен дауам итә.
Завод етәкселеге намыҫлы, тырыш Ғәлиә Зәки ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәтен һәр саҡ лайыҡлы баһалап килә. Быйыл Металлургтар кѳнѳ алдынан ул «Һѳнәре буйынса иң яҡшыһы» знагы менән наградланды, ә фотоһүрәте Почет таҡтаһына ҡуйылды.
Эштә уңған хеҙмәткәр булһа, ѳйҙә ул - донъя тотҡаһы. Тормош иптәше Даян Шәйхетдин улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙер инде улар ҙа буй етеп, тѳрлѳ яҡтарға таралған: ҡыҙҙары Диана Нефтеюганскиҙа уҡытыусы булып эшләй, ә улдары Альберт Амур ѳлкәһендә контракт буйынса хеҙмәт итә.
- Эшем оҡшай, шуға ла һәр саҡ ҡыуанып эшкә барам. Комбинатта эшләгән кешене һәр саҡ хѳрмәт итәләр. Хәҙер инде хаҡлы ялға сығырға ла күп ҡалманы, - ти Ғәлиә Зәки ҡыҙы. Уңғандың урыны түрҙә, тиҙәр. Әммә ундай хѳрмәткә Ғәлиә Низамова кеүек тырыштар, егәрлеләр генә ирешә.
Рәмилә МУСИНА.

Автор фотоһы.
Оставить комментарий