“Ауылды йәнләндереп ебәрҙеләр”, ти Әзекәй ауылының сәскә яратыусылары

“Ауылды йәнләндереп ебәрҙеләр”, ти Әзекәй ауылының сәскә яратыусыларыБынан биш йыл элек Ришат Ринат улы, туғандарын оло ҡайғыға һалып, баҡыйлыҡҡа китә. Бар ѳмѳттәрен, яҡты хыялдарын улдары Ришатта күрергә ниәтләнгән Баймѳхәмәтовтар был ҡайғыны бик ауыр кисерә.
Аҡыллы, матур булып үҫеп килгәндә, ҡапыл китеп барған улдарының йәне ҡыуанһын тип, Баймѳхәмәтовтар ғаиләһе май башында “Урал” гәзите аша Әзекәй ауылы халҡы ѳсѳн “Иң матур баҡса” конкурсын иғлан иткәйне. Улар Ришаттың тыуған кѳнѳндә – 18 июлдә был конкурсҡа йомғаҡ яһап, ихлас ҡатнашҡандарҙы бүләкләп үтте.
“Иң матур баҡса” конкурсында тѳп бүләк - мультиварка Вәсимә Хәйбулла ҡыҙы Камаловаға
тапшырылды. Вәсимә Хәйбулла ҡыҙы 1972 йылда Учалы районының Килмәк ауылынан Әзекәйгә килен булып тѳшкән. Ул оҙаҡ йылдар уҡытыусы, һуңынан мәктәп директоры булып эшләй, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем йѳрѳтә.
Рәмилә Мусинаның материалын гәзиттең 59-сы һанында уҡығыҙ.
Оставить комментарий