Тамырҙарыбыҙ тарта йәки беҙ - һаралылар бит әле!

Тамырҙарыбыҙ тарта йәки беҙ - һаралылар бит әле!Күптән түгел Һаралы ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемлеген мәңгеләштереү йәһәтенән таҡтаташ асылды.
Һәр ауылдың үҙ тормошо, үҙ яҙмышы, тигәндәй… Әле ауылда һерәйеп кенә ҡалған нигеҙ урындары, тегендә-бында бер-ике һарай, ҡыйшайған имән бағаналар ғына ҡаршылай. Ауыл буш, ҡартая…
Бында 4-5 кенә хужалыҡта йәшәгәндәр мал, ҡош-ҡорт аҫрап, көн күрә. Төп күҙ терәп торғандары - бал ҡорто. Бар ѳмѳттәре, ышаныстары - Алатау, Яманташ, Оломорон йүкәләрендә. Сабынлыҡтар яҡын, әммә мал ишәйтеүселәр һирәк, юҡ тиһәң дә була, сөнки асырғанып бесән сабыуы үтә ауыр, ярҙамға ҡайтыусылар юҡ. Ауылға йәйен генә йән инеп ҡала. Әлеге сара ла иң төпкөл, иң насар юллы ауылға йән өрҙө: хат-хәбәр алған йә телефон аша, йә өйҙән өйгә йөрөп, өгөт-нәсихәттәр менән бер-береһен дәртләндереп-күтәреп, тәбиғәт шарттарының ҡырыҫлығына ла ҡарамай, ауылдаштарҙың иң
ҡыйыуҙары тирә-яҡтан тыуған төйәгенә ҡайтып төштө.
Нәзилә Шәрипованың материалын гәзиттең 60-сы һанында уҡығыҙ.
Оставить комментарий