Скверҙа тѳҙѳлѳш ҡайнай

Скверҙа тѳҙѳлѳш ҡайнай]Быйыл ҡала тѳҙѳлѳш майҙанын хәтерләтә. Урамдар киңәйтелә, асфальт түшәме яңыртыла, күп фатирлы йорттарҙың ихаталары тѳҙѳкләндерелә, йорттарҙың ҡыйыҡтары алыштырыла.
Ҡаланың ял итеү урындарына ла иғтибар ҙур. Йәғни, Ленин урамындағы сквер, ҡала паркы, Точисский урамындағы “Дуҫлыҡ” скверы ѳр-яңы тѳҫ аласаҡ. Әлеге ваҡытта был объекттарҙа капиталь ремонт эштәре бара.
Ленин һәйкәле урынлашҡан скверҙа ремонт июлдең тәүге көндәрендә үк башланды. Тѳҙѳкләндереү эштәрен “Дорремонтстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара.
Ҡала кѳнѳ һәм Металлургтар байрамы ваҡытында ремонт барышы менән республика Хѳкүмәте Премьер-министры Рѳстәм Марданов танышты. Осрашыу мәлендә муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡаланың тарихи урындарының береһе булған скверҙың яҙмышы ѳсѳн оло быуындың борсолоуы һәм был үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡабул итеүҙәре тураһында әйтеп үтте.
Планға ярашлы, тѳҙѳлѳш эштәре 14 авгусҡа тиклем тамамланырға тейеш.
Р. ХӨСНУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий