Эшен яратҡандар Һынатмай

Эшен яратҡандар ҺынатмайРәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең nәфтиш бүлеге хеҙмәткәре, юстиция капитаны Рифат Мѳхәмәт улы ФӘТҠУТДИНОВ эшен намыҫ менән башҡара.
Ул бала саҡтан тәфтишсе булырға хыяллана. Шуға ла ҡаланың 21-се мәктәбен тамамлағандан һуң бер икеләнеүһеҙ Белорет металлургия училищеһындағы юридик бүлеккә уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, 2006 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ѳфѳ юридик институтында белем алыуын дауам итә. Ә инде диплом алғас, тыуған ҡалаһына ҡайтып, Белорет эске эштәр бүлегенә тәфтишсе булып эшкә урынлаша. Рифат Мѳхәмәт улын коллегалары хәрби ҡоралдан мәргән атыусы итеп белә. Ул 1998 йылдан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә пневматик ҡоралдан атыу менән шѳғѳлләнә башлай. Спорт мастерына кандидат исемен йѳрѳтә. 2011 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһында хәрби ҡоралдан атыу буйынса чемпионатта еңеү яулап, Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ була. Был спорт тѳрѳ менән шѳғѳлләнеүе хәҙер эшендә лә ярҙам итә, сѳнки ул хәрби ҡоралдан атыу буйынса Белорет эске эштәр бүлегенең намыҫын яҡлап сығыш яһай һәм һәр ваҡыт призлы урындар яулауға ирешә.
- Әлбиттә, тәфтишсе эше еңелдән түгел, әммә һайлаған һѳнәремде яратам, һѳнәри бурысымды ҙур теләк менән үтәйем. Эш башлаған саҡта хеҙмәттәштәрем файҙалы кәңәштәре менән ярҙам итте. Беҙҙең бүлектә татыу, берҙәм коллектив эшләй. Мин юл-транспорт хәл-ваҡиғалары буйынса енәйәт эштәрен алып барам. Һуңғы йылдарҙа был ѳлкәлә енәйәттәрҙең артыуы күҙәтелә. Быйыл ошо ваҡытҡа ҡарата юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәргә ҡарата 17 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Водителдәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләр һәләк була, - ти Рифат Мѳхәмәт улы.
Полиция хеҙмәткәрҙәре эштән йыш ҡына һуңға ҡалып ҡайта, ял кѳндәрендә лә эшләй. Бындай осраҡта ғаиләңдең аңлап ҡабул итеүе мѳһим. “Ҡатыныма рәхмәт, эшемде аңлап тора”, - ти тәфтишсе.
Эшен яратып, бѳтә күңелен һалып башҡарғандар бер ҡасан да һынатмай. Рифат Мѳхәмәт улы ла намыҫлы, тырыш булыуы менән етәкселәре һәм хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанып, һѳнәри байрамын яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылай.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий