Ете быуын бабаларҙың исеме юғалмаһын

Ете быуын бабаларҙың исеме юғалмаһын
Ҡолман-бей төйәгенә ҡараған Көмбә ауылында Инйәр-Ҡатай ырыуы башҡорто Мөхөтдин Ғәйфуллиндан таралған нәҫелдең Шәжәрә байрамы үтте
2006 йылдың 10 майында БР Хөкүмәтенең «Башҡортостан Республикаһында Шәжәрә байрамын үткәреү тураһында»ғы ҡарарына ярашлы, ҡала һәм райондарҙа ырыуҙаштарҙың нәҫел ебен барлауға, тамырҙаштарҙың иҫәбен алыуға һәм туғандарҙың киләсәген хәстәрләүгә арналған күркәм саралар даими ойошторола башланы.
Мөхөтдин Ғәйфуллиндан таралған нәҫел 10 йылға бер Шәжәрә байрамын ойоштора. Бына әле лә ауылдың иң матур ерендә, тау битендә тирмә ҡоролған, уның янында сәхнә ҡуйылған. Сәхнәлә Ғәйфуллиндар шәжәрәһе урын алған. Тирмә эсе лә һәр ғаиләнең шәжәрәһе, ғаилә альбомдары, фотоһүрәттәр, ҡул эштәре менән биҙәлгән. Бер яҡ ситтәрәк ҡаҙандарҙа, тәмле еҫ таратып, ит, былау бешә, самауырҙар ҡайнай, икенсе яҡта зат-ырыу, шау-гөр килеп, тәмле ҡымыҙҙан ауыҙ итә.

Ғәйфуллиндар нәҫеле ошо ҡабатланмаҫ хозур тәбиғәтле, ожмахҡа тиң Көмбә еренән таралған. Нәҫелгә йән өрөүсе Асия һәм Мөхөтдин Ғәйфуллиндар күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән. Улар 8 балаға ғүмер биргән. Өс малай һәм биш ҡыҙ үҫеп етеп, үҙ ғаиләләрен булдырып, шәжәрәне киңәйткән. Ғәйфуллиндар нәҫеленең ололары быуындар араһындағы бәйләнеште нығытыу маҡсатында Шәжәрә байрамы ойошторҙо. Осрашыуға Өфө, Асҡар, Белорет, Межгорье, Инйәр, Яңы Хәсән, Манышты, Көмбәнән йыйылғандар.
Ғәйфуллиндар нәҫел-нәсебе тамырҙарын өйрәнеп, уларҙы теркәп, шәжәрә төҙөгән һәм уны ҙур итеп эшләп алып ҡайтҡан Денис Әхмәт улы Хызыров (һүрәттә) барыһын да шәжәрә менән таныштырҙы.
Шәжәрә байрамын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҙур көс һалған Мөхөтдиндең иң кесе улы Рәжәп Ғәйфуллин ошо Көмбә ауылында йәшәй.
Рәжәп Мөхөтдин улы:
- Беҙ бала саҡта әсәйем: “Заманалар нисек кенә үҙгәрһә лә, һәр ваҡыт бергә, берҙәм булырға тырышығыҙ, бер- берегеҙҙе ташламағыҙ”, - тип һәр саҡ әйтә торғайны. Шул васыятты иҫтә тотоп, 1997 йылда беренсе тапҡыр зат- ырыуҙы бергә йыйыр өсөн Шәжәрә байрамы ойошторҙом. Барыһын да өҫтәл артына ултыртып, һанап ҡараһаҡ, 100 кеше булып киткәнбеҙ. Быйыл Нәфисә апайымдың улы Азамат Хызыров Шәжәрә байрамы үткәрергә теләк белдерҙе.
Ете быуын бабаларҙың исеме юғалмаһынАзамат Мәсәғүт улы Хызыров:
- Көмбә ауылы 1902 йылда барлыҡҡа килгән һәм 1910 йылдарға тиклем ҙурайып өлгөргән. Был ауылға күбеһе Хәсән ауылынан күсеп ултырған. Олатайым Мөхөтдин Ғәйфуллин ошо Көмбә ауылында 1902 йылда тыуған. Ул ауыл менән йәштәш тиһәк тә хата булмаҫ. Ғүмере буйына Инйәр урман хужалығында эшләгән. Ауылда уны хөрмәт иткәндәр. Йәштәр хәҙер үҙ тамырҙарын белеп етмәй. Шуның өсөн уларҙы осраштырып, таныштырыу - олораҡ быуын бурысы.
Шәйхетдин Мөхөтдин улы Ғәйфуллин:
- Атайым беҙҙе эшләргә өйрәтте. Ауылда эш күп. Ҡышҡылыҡҡа утын-бесән әҙерләргә, мал ҡарарға, баҡса үҫтерергә. Атайым бик күңелсәк кеше ине. Хәтеремдә, ҡулы еңел тип, унан ғына мал салдыралар ине.
Шәйхетдин Мөхөтдин улы Ғәйфуллиндар ғаиләһендә иң олоһо. Ул районда билдәле кеше, оҙаҡ йылдар уҡытыусы, мәктәп директоры, Асы ауыл хакимиәте башлығы булып эшләне. Уның ғаиләһе лә абруйлы. Ҡатыны Сабира апай һәм балалары ла оло байрамға килеп, үҙҙәре тураһында һөйләне, яңы тыуған балалары менән таныштырҙы. Шәйхетдин Мөхөтдин улы оҙон көйҙәрҙе башҡарырға ярата. Был юлы ла ул башҡорт халыҡ йыры “Уйыл”ды йырланы.
Сәғлитдин Мөхөтдин улы ғаиләһе менән Көмбә ауылында йәшәй. Бик матур донъя көтәләр. Уларҙың йорттары Көмбә ауылының матур биҙәге тиһәң дә хата булмаҫ. Ҡатыны Флүрә апай баҡса үҫтерергә ярата. Улар ҙа Шәжәрә байрамында ғаиләһе менән актив ҡатнашты. Ғәйфуллиндар нәҫелен дауам иткән Сәғлитдин Ғәйфуллиндың йорто ҡапҡаһы ла туғандар өсөн һәр саҡ асыҡ.
Сатур Минһажитдинованың тулы материалын гәзиттең 72-се һанында (8 сентябрь) уҡығыҙ.
Оставить комментарий