Власть халыҡты онотмай

Власть халыҡты онотмай
Шишәмбе Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының VII саҡырылыш депутаты Алексей Изотов Белорет ҡалаһында булып, Ленин исемендәге скверҙа, "Ҡала мөхите" федераль проект сиктәрендә күп фатирлы йорттар алды территорияларында барған төҙөлөш эштәре менән танышты, Белорет рессора һәм пружиналар заводы, “Стропкомплект” заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективы менән осрашты. Эш сәфәрендә Дәүләт Думаһы депутатын муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов оҙатып йөрөнө. Алексей Николаевич Белорет халҡы менән тәүге тапҡыр осрашмай. Ул бынан бер нисә йыл элек, Урындағы муниципалитеттар ассоциацияһының рәйесе булараҡ, Белорет ҡалаһының йәшәйеше, үҫеше менән яҡындан танышҡайны.

Был юлы Алексей Николаевич эш сәфәрен Белорет рессора һәм пружиналар заводынан башланы. Башҡарыусы директоры Алексей Пахомов депутатты завод, уның эше менән таныштырҙы. Депутат завод эшселәренең эш шарттары менән танышып, коллектив менән аралашты, бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләләр һәм проблемалар буйынса фекер алышты. Дәүләт Думаһы депутатының эш сәфәренең маҡсаты - Белорет ҡалаһын Рәсәй кимәлендә моноҡала һәм өмөтлө ҡала булараҡ күрһәтеү, ярҙам итеү.
- Урындағы муниципалитеттар ассоциацияһы рәйесе булыу осоронда күп район хакимиәттәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек, ҡала һәм райондарҙың үҫеш үҙенсәлеген дә яҡшы аңлайым. Бынан ѳс йыл элек Белоретта булып, ҡаланың хәл-торошо менән, атап әйткәндә, социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙы, юлдарҙы яңыртыу, төҙөү барышы менән танышып киткәйнем. Ошо бер нисә йыл эсендә ҡала күҙгә күренеп үҙгәргән, төрлө социаль объекттар ҡалҡып сыҡҡан, юлдар төҙөлгән. Был ҡыуаныслы күренеш. РФ Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланғансы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы, “Синтез-каучук” һәм “Нефтехимик” заводтары дирек- торы булып эшләү осоронда күп тәжрибә тупланым һәм был йүнәлеш миңә таныш. Белорет рессора һәм пружиналар заводына тәүге тапҡыр килеүем, шулай ҙа производство миңә яҡын. Дәүләт Думаһында финанс баҙары комитетында бер йыл эшләйем. Төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнашам. Республикала сәнәғәт, иҡтисад, финанс, моноҡалалар үҫеше өсөн яуап бирәм. Шуға ла үҫеш перспективалары, инвестиция потенциалы менән яҡындан танышыу, проблемаларын асыҡлау йәһәтенән Белорет ҡалаһына килдем. Завод коллективының эш хаҡын тейешле кимәлдә алыуы ҡыуандырҙы. Эштәр ҡул менән башҡарылһа ла, Моноҡалаларҙы үҫтереү фондына ғаризағыҙҙы ҡабул итһәләр, эштәр артабан да еңеләйер, - тине Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов.
Һөйләшеү барышында депутат парламентта закондар сығарыу эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич менән күтәрелгән һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе. Алексей Николаевич һәр кемде иғтибар менән тыңлап, һорау-үтенестәр буйынса яуап бирҙе.
Дөйөм алғанда, Алексей Изотовтың эш сәфәре һѳҙѳмтәле һәм файҙалы булды. Депутат халыҡ менән яҡындан танышты, ә инде осрашыуға килгән белореттар властың халыҡты ишетеүенә, улар хаҡында хәстәрлек күреүенә инанды.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий