Белорет киләсәген һайлай

Белорет киләсәген һайлай
Юбилей йылы ҡалабыҙ өсөн һөҙөмтәле үтә. Ҡала ихаталарында, скверҙарҙа һәм паркта барған төҙөкләндереү эштәренең масштабы рекорд ҡуя. Быларҙың барыһы ла Белорет ҡалаһының “Ҡала мөхите” һәм “Бәләкәй ҡалалар парктары” федераль проекттарында ҡатнашыуы арҡаһында мөмкин булды. Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав МИРОНОВ башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәр тураһында һөйләй.

Бөгөн ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланған тиергә була. Ике аҙна эсендә улар ремонттан һуң тәртипкә килтереләсәк. Ғөмүмән, был программа биш йылға иҫәпләнгән, шуға күрә беҙ ҡала ихаталарының күбеһен төҙөкләндереп, кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырырға тырышабыҙ.
Ленин урамындағы үҙәк скверҙы реконструкциялау тураһында ентекләберәк һөйләргә була. Ул белореттарҙың яратҡан ял итеү урынына әйләнер тип ышанам, сөнки беҙ ҡала халҡының барлыҡ тәҡдимдәрен иҫәпкә алырға тырыштыҡ. Әлеге ваҡытта күренгән үҙгәрештәр менән туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ. Беҙгә тәҡдим ителгән дүрт ял зонаһы стилистикаһын һайлайбыҙ. Бында бәләкәй архитектур формалар, хатта скульптуралар урынлаштырыласаҡ.
Тағы бер ял урыны - ҡала паркына килгәндә, әлеге ваҡытта унда ла төҙөкләндереү эштәре бара. Был маҡсатҡа, федераль проектҡа ярашлы, 5 млн. һумдан ашыу аҡса бүленгән. Киләһе йыл ҡала паркы эшләй башлар тип ышанабыҙ.
Юлдарҙы капиталь ремонтлау эштәре лә тулы ҡеүәт менән бара. Финанслауҙы йылдан-йыл арттыра барабыҙ. Ошо миҙгелдә был маҡсатҡа 100 млн. һумдан ашыу аҡса күсерелде. Ҡаланың үҙәк урамдарына ғына түгел, эргә тирәһенә лә юлдар һалына. Тимер юл ауылына илткән юлды ғына алайыҡ: был йүнәлеште реконструкциялауҙың ике йылға иҫәпләнгән этабын быйыл тамамланыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙ өҫтәмә аҡса табып, быйыл тағы бер объектты ремонтлай аласаҡбыҙ. Был Октябрҙең 50 йыллығы урамы участкаһы - Ф.Алексеев урамынан алып Пушкин урамына тиклем. Бында 10 млн. һумдан ашыу аҡса ебәреләсәк. Бынан тыш, Нижнее селениела ҙур булмаған юл участкаһына ремонт эшләнәсәк. Юл киләһе йыл пландарында ла өҫтөнлөклө мәсьәлә булып ҡаласаҡ.
Өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ, сөнки федераль проекттар тағы дүрт йыл эшләйәсәк: беҙ уларҙа ҡатнашып, ҡалабыҙҙың йөҙөн үҙгәртәсәкбеҙ, үҙебеҙ ҙә яҡшы үҙгәрештәргә ынтыласаҡбыҙ.
Киләһе планда - ҡала поликлиникаһы бинаһын ремонтлау. Ул бөтөнләй икенсе төҫ аласаҡ. Балалар һәм стоматология поликлиникаларындағы кеүек, бында ла “яғымлы теркәү” буласаҡ. Ремонт эштәре көҙ һәм ҡыш айҙарында башҡарыласаҡ.
“Металлург” стадионын да капиталь реконструкциялау бара. Ремонттан һуң бассейндың асылыуын бөтәһе лә түҙемһеҙлек менән көтә. Мин дә көтәм, күп ваҡыт ҡалманы. Бөтә эштәрҙе лә сентябрҙә тамамларға ниәтләнәбеҙ.
Һүҙемдең аҙағында белореттарға мөрәжәғәт итергә теләйем. Йәкшәмбе көнө, 10 сентябрҙә, беҙгә ҡалабыҙҙың киләсәген һайларға кәрәк. Был көндә ҡала биләмәһе Советына депутаттар һайлайбыҙ. Был ваҡиға киләһе дүрт йылға беҙҙең яҙмышыбыҙҙы билдәләй. Беҙ һайлаясаҡ 20 депутат Белореттың үҫеш стратегияһын билдәләгән ҡарарҙар ҡабул итеп, хәҙерге курсты дауам итәсәк. Бөгөн Белоретта ҙур эштәр атҡарыла, ҡала күҙгә күренеп матурая. Шуның өсөн белореттарҙың һайлауға килеп, лайыҡлыларға тауыш биреүе мөһим. Беҙгә командала эшләй белгән, аңлы кешеләр кәрәк. Бер команда булып ҡына яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Ҡалабыҙ артабан да үҫһен, төҙөлһөн, йәшәү өсөн уңайлы булһын өсөн бөгөн беҙгә берҙәм булырға, кәңәшләшеп эшләргә кәрәк.
Белорет кешеһе булараҡ, мин депутатлыҡҡа кандидаттарҙы ентекләп өйрәнәм һәм үҙемдең һайлау округым буйынса лайыҡлы кешене һайлаясаҡмын. Белореттың һәм балаларыбыҙҙың киләсәге дөрөҫ тауыш биреүебеҙгә бәйле. Беҙгә тыуған ҡалабыҙҙың мәнфәғәттәрен яҡларҙай һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙә хәл итерҙәй кешеләр кәрәк.
Р. ҒӘҘЕЛШИНА.
Оставить комментарий