Юл эштәре аҙағына яҡынлашты

Юл эштәре аҙағына яҡынлашты
Йәй айҙары ла үтте, шуның менән бергә юлдарҙағы капиталь ремонт эштәре лә тамамланыуға табан бара. Юлдар муниципаль райондың ѳҫтѳнлѳклѳ мәсьәләләренең береһе булып ҡала. Был йәһәттән алып барылған ремонт эштәре күләме лә йылдан- йыл арта бара.
аҡсаһы сарыф ителә. Мәҫәлән, быйылғы капиталь ремонт эштәре өсөн генә 95 млн. һум аҡса бүленгән. Быйыл район-ҡалала башҡарылған эштәр араһында иң көтөп алынғаны Тимер юл ауылына илткән юлды тѳҙѳкләндереү булды. Эш барышында бында күп кенә үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, Өфө-Белорет юлы ҡушылған ерҙә ҡулсалы хәрәкәт булдырылды, яңы автобус туҡталҡаһы ҡуйылды. Бынан тыш, Блюхер урамындағы ҡалаға ингән юл участкаһына капиталь ремонт яһау менән бергә туҡталҡалар ҙа урынлаштырылды. Шулай уҡ Ф. Алексеев урамында ла ҙур реконструкция эштәре үтте. Бында бордюрҙар алыштырылды, юл участкаһы һәм йәйәүлеләр юлы яңыртылды, яңы туҡталҡа ҡуйылды. Әле эштәр аҙағына яҡынлашып ҡына килһә лә, бындағы һөҙөмтәне яҡшы күрергә була. Ремонтҡа тиклемге һәм унан һуңғы айырма шунда уҡ күҙгә ташлана.

Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий