Ҡала урамдары яkтыра

Ҡала урамдары яkтыра
Ҡаланың Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы яҡтыртыу системаһы бынан 40 йыл элек сафҡа индерелгән. Ошо ваҡыт эсендә уларҙың файҙаланыу яраҡлығы ла тейешле ваҡытын үтеп, металл терәүҙәр тутыҡҡан һәм шул арҡала был яҡтыртҡыстар үҙ бурысын тулы кимәлдә үтәй алмай башлағайны.
Был участканан йылылыҡ, канализация, коммуникация, һыу үткәреү селтәрҙәре үтеү сәбәпле, фонарҙар ҙа урамдан йырағыраҡ ҡуйылғайны. Шуға ла, капиталь ремонт башларҙан алда, иң тәүҙә яҡтыртҡыстарҙы урынлаштырыу буйынса дѳрѳҫ һәм уңайлы ҡарар ҡабул итергә кәрәк булды. Ремонт ѳсѳн ҡала хакимиәте бюджетынан 1 млн. һум аҡса бүленде.
Әлеге ваҡытта иҫке фонарҙар тулыһынса демонтажланып, яңы терәүҙәр ҡуйыу эше башланған. Хәҙер һәр яңы терәүгә ике яҡтыртҡыс ҡуйыласаҡ. Улар- ҙың береһе йәйәүлеләр юлын, ә икенсеһе оло юлды яҡтыртасаҡ. Ремонт эштәрен Белорет электр селтәрҙәре предприятиеһы алып бара. Уларҙың бурысы - Ф. Алексеев урамынан алып В. Косоротов урамына тиклемге 5 саҡрымлыҡ участкала тулыһынса фонарҙарҙы алыш- тырыу. Предприятие хеҙмәткәрҙәре бѳгѳнгә тиклем Выселки, Спецпоселок биҫтәләрендә һәм 10-сы, 18-се мәктәп яны территорияларында 100-ҙән ашыу фонарь ҡуйған да инде. Был райондарҙа эштәр тамамланған тиергә була. Әле бер ай эсендә Октябрҙең 50 йыллығы урамында яҡтыртыу эштәрен тамамлау планлаштырылған.
Оставить комментарий