Бѳтә ғаилә менән – мәктәпкә

Бѳтә ғаилә менән – мәктәпкә
Муниципаль районда уникаль проект старт алды. «Мәктәп ишектәрен аса» проекты «Мәктәпкә бѳтә ғаилә менән» лозунгыһы аҫтында үтә. Был байрам уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн генә ойошторолмай. Унда мәктәпте күптән тамамлаған, ошо мәктәп янында йәшәгән бар теләүселәр ҙә ҡатнаша. Улар бала саҡ йылдарына кире әйләнеп ҡайта, мәктәп менән танышып, яңынан парта артына ултырып ҡарай ала.

Муниципаль проектта ҡаланың 1-се, 3-сө, 8-се, 10-сы, 13-сө, 16- сы, 18-се, 20-се мәктәптәре һәм 14-се, 17-се гимназиялары ҡатнаша. Мәктәптә һәм мәктәп территорияларында төрлө йәштәге кешеләр өсөн иҫәпләнгән бик күп төрлө мәҙәни саралар, акциялар ойоштороу ҡаралған. Уға ошо биҫтәләрҙә йәшәүселәрҙең дә әүҙем ҡушылыуы күҙ уңында тотола. Төп иғтибар ғаилә менән бергәләп ял итеүгә һәм ата-әсәләрҙе белем биреү процесына ныҡлап йәлеп итеп, мәктәп тормошона төрлөлөк индереүгә йүнәлтелгән.
«Мәктәп ишектәрен аса» проектының тәүге сараһы 10 сентябрҙә үтте. Был көндө муниципаль проектта ҡатнашҡан бик күп мәктәптәрҙә «Әүҙемлек зоналары» булдырылды һәм «Уңыш - 2017» экологик мәғариф сараһы ойошторолдо.
Эльза Мөхәмәҙиеваның тулы материалын гәзиттең 73-сө һанында (12.09.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий