Халыҡҡа - сифатлы хеҙмәтләндереү

Халыҡҡа - сифатлы хеҙмәтләндереү
Быйыл ҡаланың күп кенә һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ҙур ыңғай үҙгәрештәр кисерҙе. Яҙғыһын балалар поликлиникаһында «Ихтирамлы регистратура» эш башлап, халыҡты ҡыуандырғайны. Яңыраҡ Октябрҙең 50 йыллығы урамында урынлашҡан стоматология поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттары ла һөйөнөслө ваҡиға кисерҙе. Бында ла заманса йыһазландырылған регистратура сафҡа индерелде.

барыһына ла тейешле шарттарҙа хеҙмәтләндереү күрһәтеләсәк. Бындағы матур үҙгәрештәр поликлиникаға инеү менән күҙгә ташлана. Ололар һәм балалар өсөн дә ял итеү урыны булдырылған. Холда ла заман стандарттары буйынса ремонт яһалған. Иҙәндәге төҫлө навигация кәрәкле белгестәр кабинетының ҡайҙалығын күрһәтә. Һәр бүлектең үҙенең айырым төҫө бар, мәҫәлән, ортопедия бүлегенә - ҡыҙыл, балалар бүлегенә - йәшел төҫ алып барһа, һары төҫ поликлиника администрацияһының ҡайҙалығын күрһәтә. Залда шулай уҡ тиҙ арала, уңайлы мәлдә врачҡа яҙылыу һәм врачтың кабинеты, исем-шәрифе, ҡабул итеү ваҡыты яҙылған талон алыу мөмкинлеге биргән мәғлүмәт терминалы ла ҡуйылған.
Эльза Мөхәмәҙиеваның тулы материалын гәзиттең 73-сө һанында (12.09.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий