Белореттар тауыш бирҙе

Белореттар тауыш бирҙе
10 сентябрҙә Берҙәм һайлау көнөндә Белорет муниципаль районы халҡы ҡала Советына, Абҙаҡ ауыл Советына депутаттар һайланы. Һайлауға 59 кеше үҙ кандидатураһын ҡуйғайны. Улар араһында 7 сәйәси партия вәкиле лә булды.
Сәйәси сараға әҙерлек бер нисә ай элек башланды. Быйыл участка һайлау комиссиялары протоколдарын тултырғанда һәм һайлау йомғаҡтары сығарғанда тәү башлап яңы технологиялар - машина тарафынан уҡыла торған QR код файҙаланылды.

30 августа алдан һайлауға старт бирелде. Алдан тауыш биреү хоҡуғына эйә булған белореттар, аныҡлап әйткәндә, 170-тән ашыу кеше, Берҙәм һайлау көнөнә тиклем гражданлыҡ бурысын үтәне.
Сәйәси сара барышында 29 һайлау участкаһы эшләне. Тюленин урамында урынлашҡан һайлау участкаһында мѳмкинлектәре сикләнгән граждандар ѳсѳн махсус шарттар булдырылды. Бындай категория һайлаусылар менән ике ирекмән эшләне.
Һайлау һѳҙѳмтәләре буйынса түбәндәге кандидаттар ҡала Советына депутатлыҡҡа үтте:
1-се округ - Зѳлфиә Басир ҡыҙы ҒӘЛИЙӘНОВА;
2-се округ - Игорь Витальевич СМЕРДОВ;
3-сѳ округ - Вадим Юрьевич НАЧАРОВ;
4-се округ - Василий Антонович САВЧУК;
5-се округ - Данис Сәйетмырҙа улы ЙЫҺАНШИН;
6-сы округ - Сергей Эдуардович ХӘКИМОВ;
7-се округ - Александр Георгиевич КАЛИНИН;
8-се округ - Олег Игоревич ХЛЕСТКИН;
9-сы округ - Рәйсә Борис ҡыҙы ХАНОВА;
10-сы округ - Анатолий Александрович ПОСАЖЕННИКОВ;
11-се округ - Иван Анатольевич ЛАВРЕНОВ;
12-се округ - Римма Яковлевна ГРИГОРЬЕВА;
13-сѳ округ - Кирилл Владимирович ЕГУПОВ;
14-се округ - Татьяна Владимировна ВАЩУК;
15-се округ - Елена Владимировна БУЛАВКО;
16-сы округ - Евгений Владимирович КУСТОВ;
17-се округ - Лев Сергеевич КУЗНЕЦОВ;
18-се округ - Азат Ғәббәс улы ХАММАТОВ;
19-сы округ - Олег Викторович ЧЕЛИШЕВ;
20-се округ - Николай Петрович РУЧКИН.
Ѳҫтәлмә һайлау участкаһында Абҙаҡ ауыл Советына депутатлыҡҡа ѳс кандидат араһынан Рифат Шайморат улы ТѲХВӘТУЛЛИН иң күп тауыш йыйҙы.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Сатура МИНҺАЖИТДИНОВА фотоһы.


Оставить комментарий