Гәзитебеҙгә яҙылығыҙ, бүләк отоғоҙ!

Гәзитебеҙгә яҙылығыҙ, бүләк отоғоҙ!
Хѳрмәтле дуҫтар, 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу башланды. Гәзиткә яҙылыусылар араһында ойошторолоп килгән реклама акциялары (конкурстар һәм бүләктәр оттороу) дауам итә. Сарала “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто гәзит- журналдарына яҙылған һәр кем ҡатнаша ала. Конкурс бер нисә этаптан тора. “Үҙ баҫмаңа яҙыл” акцияһына ярашлы үткәрелгән марафон 2018 йылдың беренсе ярты йыллығында «Суперприз от!», «Сәләмәт булығыҙ!», «Аҙна бүләге», «Бәхетле авто» конкурстарын берләштерә.


«АҘНА БҮЛӘГЕ»

Акция октябрҙән алып декабрь урталарына тиклем һәр аҙнала үткәрелә. Унда ҡатнашыу ѳсѳн «Урал»ға 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылырға һәм квитанцияһын мѳхәрририәткә ебәрергә кәрәк, телефон номерығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Бүләк аҙна һайын отторола, еңеүсенең фотоһы гәзиттә баҫыла. Белореттар, әүҙемерәк булығыҙ! «Урал»ға яҙылығыҙ, ата-әсәләрегеҙҙе ѳндәгеҙ, ә иң яҡшыһы - уларҙы үҙегеҙ гәзиткә яҙҙыртып, квитанцияһын редакция адресына: 453500, Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 55/1, «Урал» гәзитенә ебәрегеҙ, йә үҙегеҙ килтерегеҙ. Уйламағанда бүләк оттороп, ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе ҡыуандырығыҙ.

«БӘХЕТЛЕ АВТО»

Акция ноябрь аҙағында үткәрелә. Был акцияла ҡатнашыу ѳсѳн 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына «Урал» гәзитенә яҙылып, мѳхәрририәттән наклейка алырға кәрәк.
Стикерҙы автомобилдең артҡы тәҙрәһенә йәбештерегеҙ. “Бәхетле авто” конкурсын үткәреү ваҡыты алдан хәбәр ителә. Бүләктәр шәп - автомобиль хужаларына бик кәрәкле әйберҙәр. Яҙылығыҙ, отоғоҙ!

«СУПЕРПРИЗ ОТ!»

Суперприз уйынында ҡатнашыу ѳсѳн «Урал»ға һәм бер республика баҫмаһына киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылып, абонементтар күсермәһен, бәйләнеш ѳсѳн адресығыҙҙы, телефонығыҙҙы күрһәтеп, түбәндәге адресҡа ебәрегеҙ:
450077, г. Уфа, ул. Кирова, 45, ГУП Издательский дом «Республика Башкортостан», отдел подписки и розничной торговли.
Суперприз отоусыға телевизор һәм спутник антеннаһы тапшырыла. Шулай уҡ бүләккә тағы ла ике телевизор, өс спутник антеннаһы, ун биш планшет уйнатыла. Еңеүселәрҙең фотоһы гәзиттә баҫыла.
Әйткәндәй, был акцияла яҡташтарыбыҙ бик теләп ҡатнаша һәм ҡиммәтле бүләктәр алып, үҙҙәрен дә, беҙҙе лә ҡыуандыра. Мәҫәлән, 2016 йылда беҙҙең райондан хатта ике (!) кешегә суперприз отоу бәхете тейҙе: Мәхмүт ауылында йәшәгән Мәхүбә Һибәтуллинаға - һыуытҡыс, Үткәлдән Фәрзәнә Хәйбуллинаға мультиварка эләкте. Ә быйылғы суперприздарҙың береһен - планшетты Сәфәрғол ауылынан Закир Сәмсетдинов отто. Уларҙың фотоһүрәте гәзитебеҙҙең беренсе биттәрендә баҫылып сыҡты. «Урал» гәзитенә 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылып, һеҙ ҙә супер- призға эйә була алаһығыҙ!

«СӘЛӘМӘТ БУЛЫҒЫҘ!»

2018 йылдың февралендә республика һәм район гәзитенә бер йылға яҙылыусылар араһында приздар отторола. Был конкурста ҡатнашыу ѳсѳн абонементтар күсермәһен түбәндәге адресҡа ебәрегеҙ: 450077, г. Уфа, ул. Ки- рова, 45, ГУП Издательский дом «Республика Башкортостан», отдел распространения периодической печати с пометкой «На конкурс «Будьте здоровы!». Бүләккә кѳнкүрештә бик кәрәкле медицина тауарҙары - тонометр, глюкометр, магнитотерапевтик аппаратура, аяҡ массажеры, һауа таҙартҡыс. Уңыштар һеҙгә!
ИҒТИБАР! Был акцияларҙа ҡатнашыу ѳсѳн һеҙгә “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына яҙылырға кәрәк. Тулы исемлек менән www.rbsmi.ru сайтында танышырға мѳмкин.
РЕДАКЦИЯНАН: гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары, бағыусылары һеҙҙе үҙ бүләктәре менән дә ҡыуандырыр әле. Былтыр, мәҫәлән, «ТеплоТрейд» йәмғиәте тапшырған йылытҡысты гәзитебеҙҙе оҙаҡ йылдар алдырған Римма Солтанова Түбәнге Телмәйгә алып ҡайтып китте. Һыуыҡ миҙгелдәрҙә гәзит уҡыусыбыҙ бүләгебеҙҙең генә түгел, күңелебеҙҙең йылыһын да тойғандыр тип ышанабыҙ.
Оставить комментарий