Әҙерлекте бѳгѳндән башлайыҡ

Әҙерлекте бѳгѳндән башлайыҡ
Йылдар үтә, кешелек донъяһы бер тиҙлек менән үҙ тарихын яҙа ла яҙа. Ваҡыт тигән нәмә Ер шарының Ҡояш тирәләй әйләнеүенән килеп сығыуын һәр кеше аңлайҙыр. Бына алыҫ 1918 йылда, Октябрь социалистик революцияһының еңеүенә бер йыл да тулмағанда, Шығай ауылында тәүге мәктәп асыла. Был ярлы-ябағаға белем алыу мөмкинлеген аса.

1903 йылда Шығайҙа мәҙрәсә асыла. Был турала Шығайҙың беренсе крайҙы өйрәнеүсеһе, заманаһының арҙаҡлы кешеһе, уҡытыусы Әбделмән Мохтар улы Мохтаров яҙып ҡалдырған. Ул үткән быуаттың бѳтә тарихи ваҡиғаларының тере шаһиты, күптәрендә үҙе ҡатнашҡан һәм беҙҙең район тормошона үҙ ѳлѳшѳн индергән кеше. Йәш сағынан комсомол, партия эштәрендә тѳрлѳ вазифаларҙа - комсомол ойошмаһы секретары, партком секретары ла булып эшләгән, «Урал» район гәзите мѳхәррире вазифаһын да башҡарған.
Әбделмән Мохтаровты белгән кешеләр уның тыңғыһыҙ уҡытыусы, ентекләп крайҙы ѳйрәнеүсе, бынамын тигән ҡурайсы, хатта фотограф та тип хәтерләй. Ул, журналист булараҡ, ваҡыттың үтәрен белгән, Шығай ауылының тарихына бәйле күренекле ваҡиғаларҙы, шәхестәрен яҙып ҡалдырған. Бына мәктәп тураһында ниҙәр яҙа ул:
«Шығай ауылында хәҙерге кеүек мәктәп булманы. Уҡыу йәшендәге балалар уҡыуҙың нимә икәнен дә белмәгәндәр, уҡып белем алырбыҙ тип уйламағандар ҙа. Шуға күрә, Шығаҙа 1900 йылдарға тиклем бер генә лә грамоталы кеше булмаған. Ауыл халҡы наҙан булған. Тик 1900 йылдан һуң ғына ауылдан ситкә сығып китеп, Кѳсәмешев тигән кеше, шул ваҡыттағы оло йѳрәкле кеше, В.Уральскигә барып уҡыған. Уҡыр ѳсѳн ул хатта рус булып суҡынырға ла риза булған. Суҡынмаһа - уны уҡытмаҫтар ине. Шул арҡала уҡып белем алған. Тырышып уҡыуы арҡаһында ул юғары белем алып, врач дәрәжәһенә ѳлгәшкән, ауылға ул оялышынан ҡайтмай (суҡынғас), Белоретта һәм Сермәндә берҙән-бер врач булған. Кѳсәмешевтан әҙ генә һуңыраҡ, Яҡупов Таһир шул уҡ В.Уральскигә барып уҡый башлаған. Ләкин ул уҡыуҙы тамамлай алмаған, атаһы Яҡуп ҡарт:
- Ана, Кѳсәмешев уҡып суҡынған, һин дә шуның кеүек булырһың, тик торғанда кеше араһында беҙҙе ҡартайған кѳндә хурлыҡҡа ҡалдырырһың, - тип Таһирҙы ауылға алып ҡайтҡан. Шунан башлап ауылда берҙән- бер грамоталы кеше барлыҡҡа килгән. Таһирҙы старостаға писарь итеп ҡуйғандар.
Инсаф Канафиндың Шығай мәктәбенең 100 йыллығына арналған материалын гәзиттең 74-се һанында (15.09.17) уҡығыҙ.




Оставить комментарий