Тәүге медицина ярҙамы

Ҡалала Бөтә донъя тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү көнөн билдәләнеләр. Ошо көн айҡанлы, Сәләмәтлек үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡаланың электр селтәрҙәре предприятиеһы эшселәренә травма осраҡтары буйынса лекция уҡыны.

Әлбиттә, тәүге медицина ярҙамын, тәү сиратта, медицина хеҙмәткәрҙәре күрһәтә. Әммә бынан тыш, полиция һәм ҡотҡарыу хеҙмәте лә бындай оҫталыҡҡа мотлаҡ эйә булырға тейеш, сөнки тормошта табип ярҙамы талап ителгән осраҡтар йыш сығып тора. Медицина хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡытта ла эргәлә булмай. Шуның өсөн дөрөҫ ярҙам күрһәтә белеү һәр кем өсөн мөһим. Электр селтәрҙәре предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең эше хәүефле булыуы менән айырылып тора. Шул арҡала предприятиела тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса уҡыуҙар йыш ойошторола. Был йәһәттән Бөтә донъя тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү көнөнә ярашлы уҡылған лекция ла файҙаға булды. Белемде яңыртыу, яңыһын үҙләштереү бер ваҡытта ла артыҡ булмай. Шул сәбәпле, врач-травматолог лекция барышында электр тогы арҡаһында бешеү, травма алыу буйынса ғына түгел, башҡа осраҡтарҙа нимә эшләргә кәрәклеген дә аңлатты.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий