Конкурс оҫталыҡты һынай

Белорет рессора һәм пружиналар заводында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсы үтә. Был сара йыл да Машина эшләүселәр көнөнә ҡарата уҙғарыла.

Бында эшләгән автомат линияһы операторҙарының эше яуаплы һәм етди. Кәрәкле параметрҙарҙы компьютерға индергәндә бәләкәй генә яңылышлыҡ та ебәрергә ярамай. Баһалау критерийҙары - эште тиҙ ваҡытта башҡарыу һәм пружиналарҙың күрһәткестәргә ярашлы булыуы.
Ошо көндәрҙә Белорет рессора һәм пружиналар заводында конкурстың сираттағы этабы ойошторолдо. Унда 5-се цех эшселәре ҡатнашты. Иң тәжрибәлеләре - Азамат Фазылов, Олег Окороков. Азамат һөнәри оҫталыҡҡа ҡасандыр Олегтан өйрәнгән. Ә бөгөн уның үҙенең конкурста ҡатнашырлыҡ, үҙ эшенең оҫтаһы булған тәжрибәле уҡыусылары бар. Уларҙың еңеп сығыуы Азамат өсөн дә ҙур баһа. Һәр кем үҙе артынан лайыҡлы алмаш ҡалдырырға, белгән, өйрәнгәндәрен башҡалар менән уртаҡлашып, уларҙы ла эш нескәлегенә өйрәтергә тейеш тип һанай ул. Һөнәри оҫталыҡты асыҡлауға йүнәлтелгән бындай конкурстар предприятиеның күрһәткестәрен дә сағылдыра. Ә Белорет рессора һәм пружиналар заводы бөгөн тотороҡло үҫеш кисерә һәм баҙарҙа алдынғы урындарҙың береһен биләй. Ул Рәсәйҙең эре предприятиелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған. Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта “Уралвагонзавод”, “Метровагонмаш”, “КамАЗ” предприятиелары менән оҙайлы ваҡытҡа килешеү төҙөлгән.
Конкурс предприятиеның бөтә цехтарында ла үтә. Еңеүселәргә һәм призерҙарға аҡсалата бүләктәр тапшырыласаҡ. Әлбиттә, конкурста ҡатнашыу үҙе генә лә йәш эшселәр өсөн ҙур баһа булып һанала, сөнки был эшсенең үҙ-үҙенә ышанысын, камиллыҡҡа ынтылыуын да күрһәтә. Әйткәндәй, бындағы эш хаҡы ла ҡала һәм хатта республика кимәлендәге күрһәткестәрҙән юғарыраҡ.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

Оставить комментарий