Порталда - уңайлы һәм тиҙ

Порталда - уңайлы һәм тиҙ
2017 йылдың июленән транспорт средстволарын һәм тағылмаларын теркәү буйынса административ регламентта үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде.

► ОСАГО полисын күрһәтеү кәрәкмәй, хәҙер тикшереү электрон базаларҙы файҙаланып үткәрелә;
► транспорт хужаһы gosuslugi.ru порталы аша ғариза биргәндә, ҡабул итеүсе хеҙмәткәргә тәүҙә документтарын тапшырмайынса ла, автомобилде ҡарау процедураһын үтә ала;
► идентификациялау номерҙары үҙгәргән (уларҙың иҫкереүе, тутығыуы асыҡланған осраҡта) транспортты иҫәпкә ҡуйырға була;
► страховкалау осрағы буйынса ғәмәлдән сыҡҡан транспортты теркәүҙе туҡтатыу тураһында положение индерелде;
► элек дәүләт номерын һаҡлау өсөн 180 тәүлек кенә бирелһә, хәҙер инде һаҡлау ваҡыты тамамланыуҙың һуңғы көнө ялға тура килә икән, дәүләт номерын иртәгәһенә - эш көнөндә ала алаһығыҙ.
Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы электрон ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы аша (www.gosuslugi.ru) тапшырғанда дәүләт пошлинаһын онлайн-түләүҙе, билдәләнгән күләмдән 30 процент ташлама менән тапшырып булыуын иҫегеҙгә төшөрә. Дәүләт автоинспекцияһы подразделениеларына шәхсән барып ғариза тапшырыусыларға ташлама ҡаралмаған.
Автомототранспортты дәүләт хеҙмәттәре порталы аша теркәү мөмкинлектәре, порталда шәхси кабинетты булдырыу һәм раҫлау буйынса һорауҙар менән эш көндәрендә 8 (347)279-32-05 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Оставить комментарий