Әсә булыу – ғорурлыҡ

Әсә булыу – ғорурлыҡ
Береһенән-береһе матур, мөләйем, йөҙҙәренән нур һәм ихласлыҡ урғылып торған 47 әсә үҙҙәренең был донъялағы төп бурысын үтәгәне өсөн лайыҡлы баһа алып, түштәренә “Әсәлек даны” миҙалын таҡты. Был тантана иһә республика Хөкүмәте йортонда 133-сө тапҡыр үтә һәм унда 7404 әсә ҡатнашыу бәхетен татыған да инде.

Бүләкләнеүселәр араһында өс яҡташыбыҙ ҙа бар ине. Рысыҡай ауылынан Гөлдәр Ғариф ҡыҙы әлимова алтынсы бәпәйен көтә. Биш бала әсәһе Нәфисә Миннибай ҡыҙы Алтынова Береш ауылынан килгән. Ул йорт хужабикәһе. Тирлән ауылынан күп балалы әсә Анна Сергеевна Тресвятская “Селена” урман сәнәғәте компанияһы” йәмғиәте эшсеһе.
Рәмилә Мусинаның тулы материалын гәзиттең 76-сы һанында (22.09.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий