Электричка менән Өфөнән 4 сәғәттә

Өфө һәм Яңы Абҙаҡ араһында тиҙ йөрөшлө электричка йөрөйәсәк. Электричка ике араны дүрт сәғәттә үтәсәк, тип күҙаллана. Ә ғәмәлдәгеһе юлды иң кәмендә 8 сәғәттә үтә. Әлбиттә, яңы тиҙ йөрөшлө поездар түгел, шул уҡ электричкалар йөрөйәсәк. Ә бына туҡталыштарҙың кәметелеүе электричканың юлға киткән ваҡытын 4 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартасаҡ.

Өфө-Инйәр араһында йөрөгән электричка республикала популяр бәйләнеш тиергә лә була. Һәйбәт автомобиль юлы булмаған ауылдарҙан сығыу өсөн берҙән-бер транспорт булһа, икенсенән, туристар районыбыҙҙың мәғрүр тауҙарына артылырға, йылғаларында һалда ағырға тап ошо электричканы һайлай ҙа инде. Уның һәр ауылда туҡтауы арҡаһында туристарҙың юл йөрөү ваҡыты биш сәғәткә һуҙыла ине. Шуға ла тимер юлынан тиҙ йөрөшлө электричка ебәреү республикаға туристар ағымын бермә-бер арттырыр, тигән өмөттә төбәктә туризмды үҫтереү программаһын төҙөүсе белгестәр. Был турала республикала туризмды үҫтереү буйынса дәүләт программаһын ҡабул иткәндә әйтеп кителде.
- Электричка бер нисә туҡталыш ҡына эшләйәсәк. “Өршәк” тимер юлы станцияһында туҡтап, самолет менән килгән туристарҙы алһа, Инйәрҙә тауға артылыусылар, һал менән ағыусылар төшөп ҡаласаҡ. Артабан тау саңғыһы менән шөғөлләнеүселәр өсөн бөтә уңайлыҡтары булған базалар урынлашҡан Белорет һәм Абҙаҡ туҡталыштары, - тине Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 77-се һанында (26.09.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий