"Урындағы мәҙәниәт йорто" проекты уңышлы эшләй

"Урындағы мәҙәниәт йорто" проекты уңышлы эшләй
2016 йылда Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Урындағы мәҙәниәт йорто» һәм «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» яңы проекттары әҙерләнеп, 2017 йылдан эшләй ҙә башланы. Йылдың тап ошондай партия башланғысы менән башланып китеүе муниципалитеттарға мәҙәниәт йорттарын тәртипкә килтереү мөмкинлеге бирҙе, сөнки ауыл биләмәләрендә улар - ижтимағи тормош үҙәге һәм уларға, һис шикһеҙ, ярҙам итергә кәрәк. Проект өс йыл дауамында эшләйәсәк. «Берҙәм Рәсәй» партияһы проектына ярашлы, ауыл клубтарын төҙөкләндереүгә, сәхнә кейемдәре, музыка ҡоралдары һатып алыуға 46 миллион һум аҡса бүленә. Республика муниципалитеттары матди-техник базаны нығытыуға дүрт тиҫтәнән ашыу ғариза ебәрә һәм объекттарҙың барыһы ла 400 меңдән 2 миллион һумға тиклем субсидия алыуға ирешә. Республика субсидия күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урынды биләй. Тәүге исемлеккә 34 райондың ауыл клубтары эләгә. Сермән мәҙәниәт йорто - шулар иҫәбендә.

Заһир Исмәғилев исемендәге Сермән социаль-мәҙәни үҙәге 2006 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырыла. Тик бер нисә йыл үтеү менән ҡыйыҡтың дөрөҫ проектланмауы, бинаның тиҙ арала төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылыуы һәм башҡа етешһеҙлектәр үҙен һиҙҙертә башлай. Яҙҙы, ҡойма ямғырҙарҙы Сермән ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һуңғы йылдарҙа ҡурҡып көтөп ала. Быйыл, ниһайәт, «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекты сиктәрендә федераль ҡаҙнанан Сермән ауыл мәҙәниәт йортона матди-техник базаны нығытыуға, сәхнә кейемдәре, музыка ҡоралдары, аппаратура һатып алыуға 1 миллион 394 мең һум бүленде. Ә ремонт эштәре урындағы ҡаҙна иҫәбенә эшләнде. Быға тиклем мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре косметик ремонтты үҙ көстәре менән эшләп килде, тик оҙаҡҡа түгел. "Урындағы мәҙәниәт йорто" проекты уңышлы эшләй
- Проект сиктәрендә финанслау бер нисә йыл дауамында ауырлыҡтар кисергән мәҙәниәт йорто өсөн ҡатмарлы хәлдән сығыу юлы булды. Бында бинаны ремонтлау, рәшәткәләрҙе алмаштырыу талап ителде, шулай уҡ электр сымдарына, түшәмгә һәм стеналарға капиталь ремонт үткәрергә кәрәк ине. Иң ҡыйыу хыялдарыбыҙ тормошҡа аша: мәҙәниәт йорто бинаһы оҙаҡламай танығыһыҙ булып үҙгәрәсәк. Мәҙәниәт йортона килеүселәр ошо күренештән үк ыңғай тойғолар ғына кисерер, - тип шатлығы менән уртаҡлашты мәҙәниәт йорто директоры Динара Иҫәнбаева, художество етәксеһе Дилбәр Рәхмәтова, түңәрәк етәксеһе Зөлфиә Ялалетдинова һәм музей етәксеһе Рәмзиә Мамедова.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 77-се һанында (26.09.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий