Патриотик тәрбиә - иң мѳһиме

Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет автомобиль мәктәбендә республика уҡыу-методик сараһы ойошторолдо.
Унда ДОСААФ системаһына ингән белем биреү учреждениеларының етәкселәре һәм преподава- телдәре ҡатнашты. Сараның маҡ- саты - Рәсәй Ҡораллы Көстәренә водителдәр әҙерләүҙең сифатын күтәреү. Белорет автомобиль мәктәбе ҡалала хәрби-патриотик тәрбиә биреү үҙәге булып һанала һәм йәш быуынға тәрбиә биреүҙә мәктәптең өлөшө ҙур.

Белгестәр әҙерләү системаһына алдынғы алымдар индереү ҙә сара барышында тикшерелгән төп мәсьәләләрҙең береһе булды. Фекер алышыуҙар хәрби комиссариат йүнәлтеүе буйынса курсанттар әҙерләүгә һәм хәрби-патриотик эштәрҙең сифатын күтәреүгә лә ҡағылды. Осрашыу урыны итеп бушҡа ғына Белорет ҡалаһы һайланманы, сөнки нәҡ беҙҙең автомобиль мәктәбе республикала иң яҡшыһы тип һанала. Был йәһәттән автомобиль мәктәбе директоры Зәбир Ахибзәновтың эше юғары баһаланып, мәктәптең данын арттырыуға ҙур ѳлѳш индергән бөтә коллективтың эшмәкәрлеге лә маҡтап телгә алынды.
Осрашыуға килеүселәр былтырғы уҡыу йылында белгестәр әҙерләп сығарыуға йомғаҡ яһап, яңы бурыстар ҙа билдәләне. Сара һуңында Белорет автомобиль мәктәбе белгестәре оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Быйыл 1 октябрҙә курсанттар өсөн яңы уҡыу йылы башлана. Улар бында водитель һөнәре алып, Рәсәй Ҡораллы Көстәренә хеҙмәт итергә китәсәк.
Эльза ЗЕКРЕНА.
Оставить комментарий