Боғанаҡта яңы спорт майҙансығы

Боғанаҡта яңы спорт майҙансығы
«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Урындағы инициативаларға ярҙам итеү» проектына ярашлы, райондағы ҡайһы бер ауылдар халҡы күп кенә социаль проблемаларын хәл итеүгә иреште. Әзекәй ауыл хакимиәтенә ҡараған Боғанаҡ халҡы ла ошо проект буйынса үҙ ауылында спорт майҙансығы булдырҙы.

Спорт майҙансығы урындағы инициативаларға ярҙам итеү проекты буйынса башҡарылды. Шул арҡала уны тормошҡа ашырыуҙа тәү башлап халыҡ үҙе тырышлыҡ күрһәтеп, майҙансыҡ булдырыуға ҙур ѳлѳш индерҙе.
Артыҡ ҙур булмаған Боғанаҡ ауылында спорт майҙансығы тѳҙѳү олоһона ла, кесеһенә лә шатлыҡлы ваҡиға булды. Ауылда бѳтәһе 200-ләп бала бар. Әлегә тиклем уларҙың буш ваҡытын үткәреү ѳсѳн тәғәйен генә урын юҡ ине. Уҡыусылар менән физкультура дәресен үткәреүгә лә шарттар булманы, шул арҡала мәктәптең футбол командаһы ла урам буйында уйнарға мәжбүр ине. “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” программаһы буйынса ниндәйҙер проблеманы хәл итеү мөмкинлеге сыҡҡас, ауыл йәштәре, мәктәп директоры спорт майҙансығы булдырырға тигән тәҡдим индерә. Был мәсьәлә менән йәштәр бер нисә йыл элек үк ауыл хакимиәте башлығына мөрәжәғәт иткән була. Ауылдаштар дөйөм йыйылышта был тәҡдимде хуплап, ҡарар ҡабул итә һәм шул арала уҡ инициатив төркөм булдырылып, аҡса йыйыу эше башлана. Иң башта спорт майҙансығы буласаҡ ер участкаһы рәсмиләштерелә һәм подрядсылар территорияны кәртәләү эшенә тотона. Яңы объект 700 мең һум самаһына барып баҫа, был сумманың 130 мең һумын халыҡ үҙе йыя. Әлбиттә, был эштән бағыусылар ҙа, депутаттар ҙа ситтә ҡалмай. Шулай итеп, күмәк тырышлыҡ менән йәштәрҙең, уҡыусыларҙың күптәнге хыялы тормошҡа аша. Майҙансыҡты асыу сараһында боғанаҡтарҙы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Пинящук, Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Рәйлә Зәйнуллина, Боғанаҡ ауылы старостаһы Рида Азаматова ҡотланы. Тантана барышында майҙансыҡ асыуҙа ярҙам күрһәтеүселәр ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде, сығыш яһаусылар майҙансыҡ өсөн туптар, балаларға татлы күстәнәстәр тапшырҙы.
Традицион ҡыҙыл таҫманы киҫкәс, яңы майҙансыҡта төр- лө спорт уйындары ойошторолдо.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий