"Шүрәле тештәрен" таҙарттыҡ

"Шүрәле тештәрен" таҙарттыҡ
Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре һәм баш ҡалабыҙҙан килгән бер тѳркѳм ирекмәндәр Ҡараташ һыртында оло ѳмә үткәрҙе.
Кѳньяҡ Урал ҡурсаулығы Инйәр лесхозы биләмәһендә урынлашҡан Ҡараташ һыртында ирекмәндәр менән йыл да экологик ѳмәләр ойоштора. Быйыл беҙҙең командаға БСТ каналы журналистары, Ѳфѳ һәм Магнитогорск ҡалаһынан килгән туристар, Айғыр ауылында урынлашҡан тау турбазаһы хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡушылды.

Һырттың иң күркәм урындарының береһе - «Шүрәле тештәре» ҡаяһы. Ул таш теҙмәһе тәбиғәт һѳйѳүселәрҙең иң яратҡан урыны булып тора. Шунлыҡтан бында сүп-сарҙың күп булыуы билдәле лә инде. Тауға менгәс, барыһы ла ең һыҙғанып эшкә тотондо. Тирә-яҡта ҡалай, быяла ярсыҡтары, полиэтилен тоҡсайҙарҙың тулып ятыуы кәйефте ҡырҙы. Юлда осраған ял итеүселәрҙең тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыуҙарын, сүп-сарҙарын тауҙан алып тѳшѳп, махсус контейнерҙарға ташлауҙарын һораныҡ. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, ҡыйҙың бер ни тиклем аҙ булыуы, кешеләрҙең экологик проблемалар хаҡында бер аҙ уйланып, тәбиғәтте хәстәрләй башлауҙарына ѳмѳт уятты.
Марат БӘХТИЙӘРОВ,
Кѳньяҡ Урал ҡурсаулығы методисы.
Оставить комментарий