Хәрби иҫәп - тәртиптә

Муниципаль район хакимиәтенең ҙур залында ойошмаларҙа хәрби иҫәп һәм граждандарҙы бронләү эшен алып барыуға яуаплы шәхестәр менән 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡлау йыйылышы үткәрелде. Сара наградлауҙан башланды.
Ойошмаларҙа хәрби иҫәп алып барыу эше хеҙмәткәрҙәр тарафынан хәрби бурысты үтәү тураһында документтарҙы йыйыу, системаға һалыу һәм уларҙы яңыртып тороуға ҡайтып ҡала. Һәр бер эштәге кеүек үк бында ла ауырлыҡтар күп осрай. Шул арҡала, хәрби иҫәпкә ҡуйыу һәм бронләү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән тѳрлѳ мѳһим саралар ҙа күрелә. Сара барышында ойошмаларҙа хәрби иҫәп һәм бронләү эшен ойоштороуҙа иң яҡшыларҙы билдәләүгә йүнәлтелгән конкурс һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар. Ауыл хакимиәттәре араһынан был йәһәттән уңышлы эшмәкәрлек алып барған Шығай ауыл хакимиәте башлығы Хәлим Ғәлиастанов I урынға лайыҡ булды һәм күсмә вымпел менән наградланды. Ҡалған ике призлы урынға Тимер юл һәм Әзекәй ауыл хакимиәттәре лайыҡ булды.
Ойошмалар араһынан I урынға Николай Бардин етәкселек иткән “Башкирэнерго” акционерҙар йәмғиәтенең “Белорет электр селтәрҙәре етештереү” бүлексәһе командаһы яуланы. Призлы урындар шулай уҡ ҡаланың Рессор һәм пружиналар заводы һәм Белорет сауҙа-етештереү ҡулланыусылар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренә лә тапшырылды. Шулай уҡ хәрби иҫәп һәм граждандарҙы бронләү эшен алып барған әүҙем кешеләр ҙә Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Йомғаҡлау сараһы барышында 2018 йылға хәл ителергә тейешле мѳһим мәсьәләләр ҡаралды һәм был өлкәлә ҡабул ителгән үҙгәрештәр буйынса уҡыуҙар үткәрелде.
Э. МӨХӘМӘҘИЕВА.



Оставить комментарий