2021 йылға тиклем газ үткәреүгә 3,6 млрд һум инвестиция һалынасаҡ

2021 йылға тиклем газ үткәреүгә 3,6 млрд һум инвестиция һалынасаҡ
Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашты.
Республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡтар хеҙмәттәшлектең мөһим мәсьәләләрен ҡараны. Атап әйткәндә, һүҙ төбәктә газ үткәреү хаҡында барҙы. 2005–2016 йылдарҙа «Газпром»дың республикала газ һуҙыуға 3,8 миллиард һум инвестиция һалыуы, дөйөм оҙонлоғо 483 саҡрым булған 25 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлөүе билдәләнде. Ошо осорҙа Башҡортостанда «зәңгәр яғыулыҡ» үткәреү кимәле 78,5 проценттан 91 процентҡа тиклем артҡан (Рәсәй буйынса – 67,2 процент).
2017 йылда финанслау күләме – 250 миллион һум. Әлеге ваҡытта «Газпром» Баймаҡ, Баҡалы, Борай, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондары биләмәһендә, шулай уҡ Нефтекаманың яңы биҫтәләренә алты газ үткәргес төҙөй. Бынан тыш, Бөрйән һәм Учалы райондарында тағы ике газ үткәргес буйынса проект-смета документацияһы әҙерләнә.
Быйыл октябрь айында Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Газпром» 2021 йылға тиклем төбәктә газ һуҙыу һәм газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү программаһын раҫланы. Документ 104 тораҡ пунктта 209 ҡаҙанлыҡҡа, 52 меңдән ашыу йортҡа һәм фатирға газ үткәреүҙе күҙ уңында тота. Компанияның инвестициялары 3,6 миллиард һумға баһалана.
Осрашыуҙа шулай уҡ төбәктә газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү хаҡында һүҙ барҙы. Бөгөнгә республикала «Газпром»дың 13 автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы эшләй, шуларҙың береһе – Өфөлә – 10 октябрҙә файҙаланыуға тапшырылды. Әлеге ваҡытта Сибайҙа яңы станция төҙөү өсөн әҙерлек эштәре алып барыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы һәм «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек, тәбиғи газды мотор яғыулығы сифатында файҙаланыуҙы киңәйтеү тураһында килешеүҙәр, шулай уҡ Газ үткәреү хаҡында килешеү төҙөлгән. Бынан тыш, яҡтар «Газпром» мәнфәғәтендә республика ойошмаларының юғары технологиялы продукцияһын файҙаланыуҙы киңәйтеү проектының юл картаһына ҡул ҡуйған.
«Газпром – балаларға» программаһы сиктәрендә төбәктә тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, күп функциялы спорт майҙансыҡтары һалынған. Өфөлә бассейн, һырғалаҡ һәм универсаль зал булған физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү проекты тормошҡа ашырыла.
"Башинформ".

Оставить комментарий