Алдынғы сыр етештереүсе Башҡортостанда үҙ продукцияһын сығара

Алдынғы сыр етештереүсе Башҡортостанда үҙ продукцияһын сығара
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Savencia (Франция) компаниялар төркөмө президенты Алекс Бонгрэн менән осрашты. Осрашыу барышында Бәләбәй һөт комбинатын үҫтереү перспективалары һәм уның аҙыҡ-түлек төрлөлөгөн киңәйтеү, шул иҫәптән йомшаҡ сырҙар етештереүҙе ойоштороу мөмкинлеге тикшерелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Алекс Бонгрэн һәм «Нерал» компаниялар төркөмөнөң күҙәтеү советы рәйесе Эрнст Исаев ниәттәр хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы Француз компанияһы «Нерал» компаниялар төркөмөнән Бәләбәй предприятиеһының акциялар пакетын һатып алырға күҙаллай. Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт рөхсәт биргәндән һуң тейешле килешеү төҙөләсәк.
- Һеҙҙең компанияғыҙҙы сыр етештереүҙә донъя лидеры булараҡ беләбеҙ. Ниндәй ғәйәт ҙур компетенцияларға эйә булыуығыҙҙы, һеҙҙә күпме юғары класлы белгестәр эшләүен, продукцияның сифатын ни тиклем юғары кимәлдә тотоуығыҙҙы аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Компанияғыҙҙың республикаға килеүе, әлбиттә, беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға.
Республика Башлығының һүҙҙәренсә, Башҡортостан Хөкүмәте компанияға яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер.
- Һеҙҙең килеүегеҙ менән Башҡортостандың һөт, сыр сәнәғәтен тағы ла хәрәкәтсән һәм әүҙем үҫтерергә теләйбеҙ. Проекттарығыҙҙың бында, республикабыҙҙа тормошҡа ашырылыуы менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Бәләбәй комбинатын тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреүегеҙҙе теләйбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн комбинаттың торошо бик яҡшы. Был предприятие үҙенең компетенциялары, етештерелгән тауарҙың сифаты буйынса юғары кимәлдә тора. Ләкин һеҙ уны яңырта һәм ысынлап-та заманса итеп эшләй алаһығыҙ. Был эштә республика Хөкүмәте һеҙгә бөтә яҡлап ярҙам итәсәк.
Компания, тәү сиратта, Бәләбәй һөт комбинатының тупланған бай тәжрибәһенә таянырға, уңышлы башланғыстарын дауам итергә, шулай уҡ фирмалы йомшаҡ сырҙар етештереүгә тотонорға күҙаллай, тип билдәләне Алекс Бонгрэн.
- Комбинат сырҙар, һөт продукцияларын етештереүҙә төбәктә генә түгел, Рәсәйҙә ла лидер. Башланғанды дауам итеү хөрмәте тейгәнгә бик шатбыҙ. Иң тәүҙә, һүҙ яйға һалынған етештереү хаҡында бара, – тине Алекс Бонгрэн. – Йомшаҡ француз сырҙарын етештереүҙе лә көйгә һалып булыр тип ышанам. Францияла беҙҙең бренд булған сырҙарҙы етештереү өсөн инвестициялар һалырға әҙербеҙ. Заводығыҙ ошондай сырҙарҙы етештереү буйынса алдынғы булһын өсөн үҙ белемебеҙ менән уртаҡлашырға әҙербеҙ.
Savencia компаниялар төркөмө президенты республика Башлығын йомшаҡ сырҙарҙың тәүге партияһы сыҡҡас та уларҙан ауыҙ итергә саҡырҙы.
Алдан Bongrian бренды аҫтында билдәле Savencia Fromage & Diary ғаилә компанияһы 1956 йылда ойошторолған. Ул сыр етештереү буйынса донъяла – дүртенсе, Францияла икенсе урынды биләй. Деликатес сырҙар компанияның йөҙө булып тора, уларҙың сегментында ул донъяла алдынғы урындарҙы биләй.
Бөгөнгө көнгә компанияның 30 илдә етештереү филиалдары бар, улар йыл һайын 4 миллиард литрҙан ашыу һөт эшкәртә. Уның һөт продукцияһы донъяның 120 илендә һатыла. Компанияның таҙа табышы 4 миллиард евронан күберәк. Рәсәй баҙарында концерндың продукцияһы тәүгә 1992 йылда Мәскәүҙә Рәсәй сауҙа вәкиллеген асҡандан һуң барлыҡҡа килде.
"Башинформ".
Оставить комментарий